Иҡтисад
26 Август 2025, 16:20

Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө

Башҡортостанда 11 меңдән ашыу Беларусь техникаһы берәмеге бар.

Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдөӨфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө
Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө

Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостанда 11 меңдән ашыу Беларусь техникаһы берәмеге бар. Коммуналь, төҙөлөш, юл, ауыл хужалығы – төрлөһө. Техниканы тейешенсә хеҙмәтләндереү, ваҡытында ремонтлау өсөн яңы сервис үҙәге булдырылған.

– Был сервис үҙәгенең төп үҙенсәлеге шунда: ул мультибрендлы. “Амкодор” компанияһы менән берлектә булдырылған, ул бер юлы бер нисә Беларусь предприятиеһы “МАЗ”, “МТЗ”, “Гомсельмаш” һәм башҡа компаниялар етештереү машиналарын хеҙмәтләндерәсәк. Был ысынлап та Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға. Тағы ла бер етди аҙым - Беларусь Республикаһы менән уҙаҡташлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, — тип билдәләне Радий Хәбиров.  

Фото: скриншот.

Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө
Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө
Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө
Өфөлә уникаль сервис үҙәге төҙөлдө
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас