Иҡтисад
27 Август 2025, 04:15

“Азимут” федераль проектта ҡатнашасаҡ

Предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа һәм хатта унан күберәккә арттырырға мөмкин.

“Азимут” федераль проектта ҡатнашасаҡ“Азимут” федераль проектта ҡатнашасаҡ
“Азимут” федераль проектта ҡатнашасаҡ

“ПК “Азимут” йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу үтте.

Лак-буяу материалдары етештереүҙә махсуслашҡан предприятие  эш һөҙөмтәлеген күтәреүгә булышасаҡ льготалы финанслауға, эксперт ярҙамына һәм һаҡсыл етештереү ысулдарына дәғүә итә ала. Хәҙер компанияға РФ.етештереүсәнлек порталында теркәлергә кәрәк.

–Беҙ “Азимут” процестарын оптимизациялауҙа һиҙелерлек алға китеш күрәбеҙ. Шуға оҡшаш предприятиеларҙағы кеүек, бында ла хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа һәм хатта унан күберәккә арттырырға мөмкин,  – тип билдәләне Башҡортостан  төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Эльнар Сиражетдинов.

“ПК “Азимут” йәмғиәте директоры Сергей Завгородный продукцияны конкурентлыҡтың яңы кимәленә сығарыу  мөмкинлектәрен баһаланы. Проектта ҡатнашыу процестарҙы  оптимизациялауҙы һаҡсыл производство инструменттарын индереү аша күҙаллай.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. 2025 йылда проектҡа 20 предприятие ҡушылған, йәнә өс предприятиены йәлеп итеү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда  (2019 йылдан алып) дүрт миллиард һумлыҡ иҡтисад тәьҫиренә өлгәшелгән.

Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас