

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында республиканың ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәләр һәм йыл аҙағына тиклемге бурыстар тураһында республика Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.
– Бөгөн Башҡортостан илдә физик культура һәм спорт үҫеше буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Был өлкәләге эштең сифатын билдәләүсе төп күрһәткес – сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп ителгән кешеләр һаны. Ярты йыллыҡта был күрһәткес 62,6 % (план буйынса – 63%) тәшкил итте, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Республикала спорттың 141 төрө менән шөғөлләнәләр, 129 аккредитацияланған спорт федерацияһы бар. 400-ҙән ашыу атлетыбыҙ Рәсәйҙең йыйылма командалары составына инә. Алты ай эсендә меңдән ашыу миҙал яуланған.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен социаль адаптациялауға йүнәлтелгән “Ҡаһарманлыҡ” проекты эшләй. Проектта 800-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл следж-хоккей буйынса “Булат” командаһы булдырылған, унда туғыҙ махсус хәрби операция ветераны һәм яугире ҡатнаша. Әлеге ваҡытта команда Бөтә Рәсәй аренаһына сығырға әҙерләнә.
Быйыл 32 тренер “Ауыл тренеры” һәм “Ҡала тренеры” проекттарында ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе бер миллион һум аҡса аласаҡ. Шулай уҡ уҡытыусы-тренерҙарҙың эш хаҡын уҡытыусының уртаса эш хаҡына еткереү ярҙам сараларының береһе булды. Беҙҙә ул – 52 мең һум. Был маҡсатта муниципаль берәмектәргә 208 миллион һумдан ашыу суммала субсидиялар бирелде.
Вице-премьерҙың әйтеүенсә, төбәктә лайыҡлы спорт инфраструктураһы үҫешә. ”Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһында бассейн һәм Стәрлетамаҡта “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.
– Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарындағы бассейндарҙы, Талбазылағы стадионды төҙөп бөтөргә кәрәк, – тип өҫтәне Руслан Хәбибов.
Андрей Назаров быйыл сафҡа индереләсәк спорт объекттарының спорт әҙерлеген федераль стандарттарға ярашлылығын тәьмин итергә ҡушты. Аҙаҡ хеҙмәт өлкәһе һәм халыҡ мәшғүллеге мәсьәләләре ҡаралды. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1 июлгә 0,46 % (20 авгусҡа – 0,51%) тәшкил иткән. Руслан Хәбибов әйтеүенсә, быйыл өс меңдән ашыу кеше “Кадрҙар” милли проектына ярашлы уҡытылған. Айырыуса махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Әлегә 1415 кеше эш менән тәьмин ителгән. Белем биреү сертификаттарын тормошҡа ашырыу дауам итә, был эшһеҙҙәр, эш эҙләүселәр, декрет ялындағы ҡатындар, пенсионерҙар, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам тигән һүҙ. Быйыл 700-гә яҡын сертификат биреү планлаштырыла. Республика граждандарҙың айырым категориялары мәшғүллеген дәртләндереү буйынса, милли проектҡа ярашлы, федераль сараларҙа ҡатнашыуын дауам итәсәк.
– Хеҙмәт баҙары һәм халыҡ мәшғүллеге иҡтисади тотороҡлоҡтоң мөһим күрһәткесе булып тора. Артабан да республиканың эш хаҡы дәүмәле һәм халыҡтың йән башына тура килгән аҡсалата килеме буйынса рейтинг позицияларын яҡшыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк, – тип билдәләне республика Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.