

Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышында, агросәнәғәт комплексы йүнәлешендә, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡ яһалды. Ултырышты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.
– Тәүге ярты йыллыҡ тураһында һөйләгәндә, ауыл хужалығында тулайым продукцияның тотороҡло үҫеше күҙәтелә, – тине Андрей Геннадьевич. – Ғөмүмән алғанда, ул федераль стандарттарға тура килә.
Ағымдағы йылдың ғинуар-июнендә ауыл хужалығы тауарын етешетереү күләме 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, был үткән йыл менән сағыштырғанда 16 процентҡа үҫеш күрһәткән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдергән.
Малсылыҡ тармағында үҫеш күҙәтелгән. Ауыл хужалығы ойошмаларында ауыл хужалығы тауарын етештереүҙең 8,4 процентҡа етеүе шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, һыйыр һәм ҡош-ҡорт ите һәм йомортҡа етештереү ярайһы артҡан. Шулай уҡ үҫемлекселектә лә, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтендә лә, инвестиция эшмәкәрлегендә лә уңыштар бар.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.