Иҡтисад
28 Август 2025, 10:40

Сибайҙа – һабантуй!

Һәр йылдағыса, инвестиция һабантуйына әҙерлек алдан алып барылған.

Сибайҙа – һабантуй!Сибайҙа – һабантуй!
Сибайҙа – һабантуй!

Быйыл сентябрҙә Сибай ҡалаһында  VII "Урал аръяғы-2025" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ойоштороласаҡ. Ошо уңайҙан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Күләмле сара тураһында хәбәрселәргә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һәм бүтән рәсми кешеләр һөйләне.

– Һәр йылдағыса, инвестиция һабантуйына әҙерлек алдан алып барылды, шуға күрә лә уның яҡшы ойошторолорына тамсы ла шик юҡ, – тине Маргарита Дмитриевна. – Шул тиклем бай программа төҙөлгән, һәр көн ниндәйҙер тармаҡҡа бағышланған. Сараға сит илдән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Айырыуса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың, Стратегик башланғыстар агентлығының, ул төп партнер иҫәпләнә, генераль директоры Светлана Чупшеваның ҡатнашыуы инвестиция һабантуйының юғары кимәлдә үтеүен аңлата.

Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан идея һәм бренд йәһәтенән Рәсәйҙә лидер һанала. Көньяҡ Урал туристарҙы нығыраҡ йәлеп итһен, һәр кем был яҡтарға килергә ашҡынып торһон тигән маҡсаттарҙы тормошҡа ашыралар.

Ысынлап та, Сибай ҡалаһына Башҡортостандан, шул иҫәптән 10 сит илдән вәкилдәр килеүҙәре тураһында белдергән. Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Беларусь, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Был көндәрҙә бизнес-шәрифтәр фекер алышасаҡ, иң яҡшы идеяларҙың презентацияһы үтәсәк. Башҡорт аты, ауыл хужалығы тауарҙары, йорт өсөн тауарҙар һәм башҡа брендтар күрһәтеләсәк. Шуныһы, Сибайға таш киҫеү сәнғәте баш ҡалаһы статусын биреүҙәре ихтимал.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм ивестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Михаил Изотовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тап ошондай саралар уҙғарылыуға бәйле Көньяҡ Урал йылдам үҫешә, төбәктең социаль-иҡтисади күрһәткестәре лә яҡшыра бара. Форумға йылдан-йыл ниндәй ҙә булһа яңылыҡ индереү ғәҙәти һанала, быйыл да ҡунаҡтар быға шаһит буласаҡ.

Көньяҡ Урал һуҡмағын һалыусы Рәйес Ғәбитов әйтеүенсә, нәҡ быйыл Ирәндек һыртына һуҡмаҡ һалынасаҡ, ул Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары аша үтә.

Фото: Илдар АҠЪЮЛОВ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас