Иҡтисад
29 Август 2025, 16:10

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә

Быйыл сара 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә. "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Азербайжандан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.  

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтәБаймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә

Республика Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов быйыл 6 сентябрҙә үтәсәк сараның спорт программаһы киңәйтеләсәге тураһында хәбәр итте.Мас-рестлинг, грэпплинг, көрәш һәм «Бәйге» башҡорт универсал көрәше буйынса турнирҙар үткәреү планлаштырыла.

Программала шулай уҡ бәһлеүәндәр ярышы, “Ирәндек мәргәне” традицион уҡтан атыу һәм ат сабышы ҡаралған.

Фестивалдә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында йомғаҡлау волейбол уйындары, ГТО нормативтары, милли ат спорты «Тәңкә алыу» уйыны үтәсәк.

Спорт ярыштарынан тыш, программала сағыу ат парады, театрлаштырылған тамаша, ҡул эштәре күргәҙмәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында ҙур концерт ҡаралған.

«Башҡорт аты» фестивале — башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, йылҡысылыҡтың үҙенсәлекле традицияларын һаҡлау һәм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын күрһәтеү өсөн ойошторолған байрам.

Автор фотолары.

 

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас