Иҡтисад
2 Сентябрь 2025, 10:15

Шараптары Башҡортостан сеймалында етештерелә

"Боска-Рус" компанияһы башҡорт шараптарын һатыуҙы биш тапҡырға арттырырға ниәтләй. 

Шараптары Башҡортостан сеймалында етештереләШараптары Башҡортостан сеймалында етештерелә
Шараптары Башҡортостан сеймалында етештерелә

“Боска-Рус” компанияһы (“Нерал” компаниялар төркөмөнә инә) алдағы өс йылда башҡорт шараптарын һатыуҙы биш тапҡырға арттырырға ниәтләй. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә предприятиеның маркетинг буйынса директоры Лилиә Хафизова хәбәр итте.

2009 йылда ойошторолған “Боска-Рус” акционерҙар йәмғиәте шараптар, сидрҙар һәм аҙ алкоголле емеш-еләк эсемлектәре әҙерләүгә махсуслаша. Өфөләге майҙансыҡта эшләгән осорҙа 92 миллиондан ашыу шешә әҙер продукция етештерелгән.

– Беҙ Рәсәйҙең 76 төбәгендәге 60 мең сауҙа нөктәһендә барбыҙ, – тине Лилиә Хафизова. – 2019 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә локаль шараптар коллекцияһын булдырыу буйынса эш башланыҡ.

Мәҫәлән, 2020 йылдан алып фермерҙарҙың береһе Архангел районында “Ҡарағай” һәм “Юбилей” сортлы виноград үҫтерә башлай.

2024 йылда Өфөлә “Виноград” йәрминкәһендә Башҡортостан сеймалынан шарап тәҡдим ителде. Ә бөгөн улар илдең 10 миллионлы ҡалаһында һорау менән файҙалана. Шуға бәйле урындағы шарап эшләү йүнәлешен үҫтереү һәм федераль сауҙа селтәрҙәрендә позицияларҙы нығытыу планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы предприятиены үҫтереү пландарын хупланы. – Республикала ошондай уникаль продукция сығарыуҙары ҡыуаныслы. Беҙ компанияға кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас