Иҡтисад
2 Сентябрь 2025, 10:55

Шифаханаларҙың күрһәткестәре ҡыуандыра

Башҡортостан шифаханаларының уртаса тулыланыуы 95 проценттан ашҡан. 

Шифаханаларҙың күрһәткестәре ҡыуандыраШифаханаларҙың күрһәткестәре ҡыуандыра
Шифаханаларҙың күрһәткестәре ҡыуандыра

Башҡортостанда, ойоштороусыһы республика булған һигеҙ шифахана эшләй. Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм койка фонды яҡынса 3 300 урын тәшкил итә, ә уртаса тултырылыу кимәле 95 проценттан ашып китә. Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне.

2025 йылдың тәүге ярты йыллығында шифаханаларҙың килем күләме 3,1 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 16 процентҡа күберәк.

Килемдең төп өлөшөн юлламаларҙы тормошҡа ашырыу тәшкил итә. Шифаханалар өҫтәмә килемде түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙән, косметологиянан, үҙ продукцияһын, шул иҫәптән минераль һыуҙы һатыуҙан, шулай уҡ конференциялар һәм семинарҙар үткәреүҙән ала.

Матди-техник базаны модернизациялауға инвестициялар ышаныслы үҫеш күрһәтә.

Һауыҡтырыу учреждениелары яңы корпустарҙы реконструкциялауға һәм төҙөүгә, дауалау-диагностика ҡорамалдарын яңыртыуға, инфраструктураны үҫтереүгә әүҙем табыш һала.

9-11 июндә “Сколково” технопаркында үткән “Шифахана” бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан учреждениелары төп номинацияларҙа 20 алтын миҙал яуланы, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялаған өсөн өс награда, – тине Наталья Полянская.

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан шифаханаларында бөтәһе 7,6 меңдән ашыу махсус хәрби операция яугире һәм уларҙың яҡындары тергеҙеү курсы үтте. Улар өсөн йәрәхәттәрҙән һәм яраларҙан һуң медицина реабилитацияһынан алып психологик ярҙамды үҙ эсенә алған стрессҡа ҡаршы курстарға тиклем махсус программалар тормошҡа ашырыла.

– Бындай яҡшы эшмәкәрлек күрһәткестәре өсөн шифахана етәкселәренә рәхмәт белдерәм. Яңы корпустар төҙөлөүе яҡшы, был диагностика һәм дауалау үҙәктәрен тәртипкә килтерә, – тине Радий Хәбиров. – Айырым рәхмәт һүҙҙәре – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялаған өсөн. Был ябай булмаған һәм мөһим мәсьәлә, ул рәсми булмаған ҡараш һәм шәхси ҡатнашыуҙы талап итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас