

Баймаҡ районында 6 сентябрҙә "Башҡорт аты" IV халыҡ-ара башҡорт атының фестивалендә "Оҫталар ҡалаһы" күләмле күргәҙмә һәм һатыу ойошторола.
Сарала ҡатнашыусылар үҙенсәлекле ҡул эштәре күргәҙмәләрен ҡараясаҡ. Бында ҡойолған, сүкеп эшләнгән, ат эйәрләү изделиелары (йүгән, эйәр, ҡамсы, сыбыртҡы), шулай уҡ башҡорттоң традицион атты ябыу төрҙәрен – сергетыш, кейеҙ изделиеларын һәм септәне күрергә мөмкин.
Күргәҙмәлә Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури, Учалы, Ишембай, Йылайыр, Белорет, Миәкә һәм Бижбүләк райондарынан, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Нефтекама, Силәбе өлкәһе һәм Ҡаҙағстандан яҡынса 40 талантлы рәссам ҡатнашасаҡ.
Фестивалдә килгәндәрҙең барыһы өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Бында һәр кем үҙ көсө менән "септә" атҡа ябыу эшләп ҡарай аласаҡ, тамбур сигеү серҙәре менән танышыу ысын асыш буласаҡ, ул нәфис биҙәктәр ижад итергә мөмкинлек бирә. "Башҡорт аты" ҡунаҡтарына сергетыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәренә ҡушылырға, ағасҡа уйыу нескәлектәрен үҙләштерергә йәки үҙенсәлекле кейеҙ әйберҙәр эшләргә өйрәнергә тәҡдим ителәсәк.
"Оҫталар ҡалаһы" күргәҙмәһе һәм һатыуҙары 9.00 сәғәттә башлана.
Автор фотолары