Иҡтисад
4 Сентябрь 2025, 12:40

Сибайҙа инвестһабантуй башланды

Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2025» VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы.

Сибайҙа инвестһабантуй башландыСибайҙа инвестһабантуй башланды
Сибайҙа инвестһабантуй башланды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы- 25” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуынабәйле түбәндәге фекерҙәре менән бүлешкән.

“Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының тәүге көнө башланды. Ул һәр саҡ ҙур ваҡиға. Форумдың ҡиммәте шунда: уның һәр бүлеге аныҡ пландарға, ә тиҙ аралағылары шуға йүнәлтелгән. Уның үҙенсәлеге – илдәрҙе, хатта ҡитғаларҙы берләштергән майҙансыҡтың булыуы.

Быйыл программаны ике эш көнөнә тығыҙланыҡ - бер минут та бушҡа үтергә тейеш түгел. Беҙ кәмендә 25 килешеүгә ҡул ҡуйырға һәм 20-гә яҡын эшлекле сара үткәрергә планлаштырабыҙ, шул иҫәптән пленар ултырыш һәм Хөкүмәттең күсмә ултырышын.

Башҡортостанға Рәсәйҙең 28 төбәгенән һәм 10 илдән, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Италия, Төркиә, Ҡытай, Белоруссия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр килә. 2 меңгә яҡын ҡатнашыусы һәм сығыш яһаусы, ә был ҡатнашусыларҙы иҫәпкә алмағанда.

Беҙҙе Бөтә донъя һөнәрселек советынан  Халыҡ-ара (WCC) почетлы ҡунаҡтар көтәбеҙ. Коллегалар махсус рәүештә Башҡорт Урал аръяғының баш ҡалаһына тантаналы рәүештә донъя таш киҫеүселәр ҡалаһы статусын биреү өсөн Сибайға юллана. Ошо көндәрҙә 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ҡалаға шәп бүләк.

Ғөмүмән, тәүге көн емешле башланды. Бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде. Сибайҙағы быйылғы инвестиция һабантуйы ла шундай уҡ ҡыҙыҡлы, яҡшы фекерҙәр менән үтер, Рәсәй форумдары календарында үҙ урынын тағы ла нығытыр, тип ышанғы килә,” - тип яҙған Премьер-министр.

Сығанаҡ: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас