Иҡтисад
4 Сентябрь 2025, 12:15

Уңыш бөртөкләп йыйыла

"Уңыш"тар мул уңыш нигеҙен дәүләттең ярҙамында күрә.

Уңыш бөртөкләп йыйылаУңыш бөртөкләп йыйыла
Уңыш бөртөкләп йыйыла

Республика етәкселеге агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Был тармаҡ - төбәк иҡтисадының нигеҙе. Ауыл хужалығы урындағы халыҡтың аҙыҡ-түлек буйынса хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, ташламалар ҡаралған, улар беҙҙең районда ла киң файҙаланыла. Мөмкинлектәрҙең киңлеге йүнселдәр араһындағы конкурентлыҡты ла көсәйтә, тимәк, хеҙмәт сифаты арта.

Әле ауыл эшсәндәре өсөн яуаплы мәл бара: баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу ҡыҙыу бара. Аграрийҙар һәр аҙ көндө файҙаланып ҡалырға тырыша.  Эштәр барышы менән яҡындан танышыу маҡсатында “Уңыш” йәмғиәте баҫыуына юл тоттоҡ.

Райондың тотош ауыл хужалығы тармағындағы кеүек ҡыҙыу осор. Бында эштәр гөрләп тора. 17 “Асrоs” комбайндары икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй, шулай уҡ “КамАЗ” машиналары һәм тракторҙар эш менән мәшғүлдәр.

- Беҙҙә 19822 гектар баҫыу ере бар. Уның 3622 гектарында - ужым, 4100 гектарында - яҙғы культуралар. Игенселәр ужым бойҙайы культураһын урып йыйыуҙы тамамлап (уңыш ҡеүәте – уртаса 47 центнер), башҡа баҫыуға төштө. Әлеге көндә төп көс арпа баҫыуына йүнәлтелде. Арпаның уңышы гектарына 48 центнер тәшкил итә.

Тәжрибәле механизаторҙар һәм водителдәр көндө төнгә ялғап, иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем уңышты тиҙерәк, үҙ ваҡытында тамамлау ниәтендә ал-ял белмәй эшләйҙәр. Механизаторҙар Айгиз Ғилманов, Динар Батталов, Динар Асҡаров, Дамир Рәхмәтуллин, Рөстәм Нурышев, Айнур Байғусҡаров, Рифҡәт Хажиәхмәтов, Илнур Иҫәнғолов, Илнур Дәүләтбаев, Насир Ғәлимов, Алик Федоров, Марат Ғәлиуллин, Денис Трофимов, Илнур Әлмөхәмәтов, Федор Семенов, Альберт Иштуғанов, Радик Сәйфуллин комбайндарҙа игенде урып йыйһа, Рөстәм Әминев, Булат Хәбибетдинов, Венер Йәрмөхәмәтов, Ярослав Костин “КамАЗ” машиналарында, Илдус Хәмиҙуллин менән Илшат Фәхретдинов “Беларус” тракторҙарында иген ташыйҙар. Янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләп, “Беларус” тракторында һыу мискәһен тағып Ринат Ғәҙелшин йөрөй. Эшсәндәргә йылы аштар әҙерләнелә.

Беҙҙә эштәр комплекслы алып барыла. Бер үк ваҡытта һалам преслана, икенсе йылғы уңыш өсөн ерҙәр туңға эшкәртелә, тупраҡ йомшартыла һәм башҡа эштәр башҡарыла, - тип һөйләне бүлексә управляющийы Радмир Ришат улы Миһранов.

Уның һүҙҙәрен йәмғиәттең баш агрономы Артур Ғиззәтуллин дауам итте.

- Уңышты йыйыу һәйбәт бара. Беҙҙең хужалыҡтың баҫыуҙарында шулай уҡ етен (1821 гектар), рапс (4217 гектар), соя (1294 гектар) үҫә. Алдағы көндәрҙә етен менән рапсты йыйып алһаҡ, ун көн тирәһенән 7573 гектар ерҙә үҫтерелгән яҙғы бойҙай культураһына төшәсәкбеҙ. 940 гектар майҙанда кукуруз да бар: ул хужалыҡтағы мал аҙығы – силос өсөн ҡулланыласаҡ, - тине Артур Айрат улы

Аграрийҙарға һауа торошо булышлыҡ иткәндә уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға булһын. Эшләү өсөн заманса ҡеүәтле техникалар, эш хаҡының ваҡытында лайыҡлы түләнеүе хеҙмәтсәндәрҙе эшкә дәртләндерә, кадрҙарға ҡытлыҡ тыуҙырмай.

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры:

– Былтырғы эш йомғаҡтарына килгәндә, ауыл хужалығында тулайым продукт етештереү күләме 252 миллиард һум тәшкил итте – Рәсәйҙә туғыҙынсы урында булдыҡ. Был һөҙөмтәнең төп өлөшө тауар секторына тура килә – 58 процент.

Уҙған йылда төбәктең аграр секторына ярҙамға федераль ҡаҙнанан туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға ике бюджеттан 4,2 миллиард һум бүленде, шуның 2,3 миллиарды – төбәк ҡаҙнаһынан.


Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас