

5 сентябрҙә Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы - 25" VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя һөнәрселек советы делегацияһы менән осрашты. Көн тәртибенә республикала халыҡ кәсептәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Бөтә донъя һөнәрселек советы президенты Саад әл-Каддуми Башҡортостандың тармаҡты һәм туризмды үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәре барлығын билдәләне.
“Һеҙгә тәҡдим итергә шул тиклем күп, мәҫәлән, традицион кәсептәр, хәләл ризыҡтар һәм күп мәҙәни аспекттар”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Саад Әл-Ҡаддуми. — Сибайҙа иһә нимә эшләргә мөмкин икәнен күрҙек инде. Берләшергә ярҙам итәсәк тәҡдимдәр индерербеҙ. Беҙ бергәләп маркетинг, брендинг, туризмды үҫтереүҙең өҫтөндә эшләй алабыҙ.
Бөтә донъя һөнәрселек советы Башҡортостанды үҙенең партнерҙарының береһе тип һанай. Ойошма башҡорт оҫталарын халыҡ-ара кимәлдә танытырға, Иран, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙәге һөнәрселек берләшмәләре менән бәйләнештәрҙе үҫтерергә әҙер.
“Беҙ бик шатбыҙ, төбәк етәкселеге рәссамдарға һәм оҫталарға ярҙам итә, был сәнғәтте ҡулланыусылар ғорурлана һәм республика мираҫын баһалай”, – тине Саад әл-Ҡаддуми.
Радий Хәбиров делегацияға килгәндәре һәм төбәк менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Сибайҙың таш ярыу сәнғәте өлкәһендә «Донъя һөнәрселәр ҡалаһы» булараҡ донъя кимәлендә танылыу алыу өсөн бөтә тәүшарттар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Сибайҙың үҙенә генә хас кәсебе бар — таш менән төрлө формала эшләү. Бында үҙенсәлекле оҫталар эшләй, уларҙың башланғыстарын хупларға ниәтләйбеҙ. Өфөлә ҙур проект – данлыҡлы Янтарь бүлмәһенең аналогы булған “Йәшмә бүлмәһе” өҫтөндә эшләйбеҙ, ә Сибайҙа уның филиалын булдырырға уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Республика Башлығы сайтынан