

Сибай ҡалаһында үткән“Урал аръяғы -2025” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан менән Төркиә Төбәктәрҙе үҫтереү корпорацияһы аша ике ниәт килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Документтар сиктәрендә инвесторҙар Башҡортостанда яңы заводтар төҙөргә планлаштыра.
«Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «ТракСем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында Башҡортостан Республикаһында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, Башҡортостандың Дүртөйлө районында орлоҡсолоҡ заводы төҙөү планлаштырыла.
«СГФ Фильтр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ниәт килешелеүе фильтрация продукцияһы етештереү буйынса завод булдырыуҙы күҙ уңында тота.
– “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы йәнә бер тапҡыр республиканың сит илдәр менән бәйләнештәрен нығытыу майҙансығына әйләнде. Төркиә менән Башҡортостандың күптәнге партнерлыҡ бәйләнеше бар. Беҙ үҙ-ара влш –биреште генә түгел, ә берлектәге производстволарҙы эшкә сығарыу йәһәтенән дә хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһенә эйәбеҙ. Миҫалдарҙан берәүһе — өҫкө крандар, күпер һәм порталь крандар етештереүсе предприятие. Бөгөн берлектәге проекттар исемлеге тағы ла ике башланғыс менән тулыландырылды, тип комментарий бирҙе «Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан