Иҡтисад
5 Сентябрь 2025, 16:25

Яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Килешеүгә «Полиметалл» йәмғиәтенең Урал филиалы директоры Андрей Новиков һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Яңы килешеүгә ҡул ҡуйылдыЯңы килешеүгә ҡул ҡуйылды
Яңы килешеүгә ҡул ҡуйылды

“Урал аръяғы -2025” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә “Полиметалл” компанияһы Башҡортостан Хөкүмәте менән социаль – иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Документ өс йылға төҙөлдө һәм Хәйбулла районында, Сибай ҡалаһында, тотош Башҡортостан Республикаһында социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Килешеүгә «Полиметалл» йәмғиәтенең Урал филиалы директоры Андрей Новиков һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы

"Тығыҙ социаль хеҙмәттәшлек - төбәк менән алдағы йылдар дауамында үҙ-ара эш итеүебеҙҙең нигеҙе. Бөгөн Башҡортостан Республикаһында компанияның проекттарын үҫтереү "Полиметалл"дың төбәктә оҙайлы стратегик урынлашыуы тураһында ышаныслы һөйләргә мөмкинлек бирә. Һәм, әлбиттә, тармаҡ лидерҙарының береһе булараҡ, компания өсөн төбәктә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы ифрат мөһим», — тип комментарий бирҙе Андрей Новиков.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас