

“Башҡорт аты” темаһы республикабыҙ һәм Свердловск өлкәһе тикшеренеүселәрен берләштерҙе. Рәсәй фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре Дмитрий Гимранов һәм Павел Косинцев археологик һәм палеонтологик мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан территорияһында ат ҡалдыҡтары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт бирҙе.
Улар нигеҙендә, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәте тураһында мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, беҙ 50 миллион йыл дауамында ат эволюцияһын сағылдырған һәм экспозициябыҙҙа айырым урын биләгән уникаль инфографика төҙөнөк», – тип һөйләне «Ирәндек» музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Рәшит Солтанов.
Бынан тыш, күргәҙмәлә Евразия далалары күсмә халыҡтарының тормошонда аттың урыны хаҡындағы мәғлүмәттәр һәм Ишмөхәмәт ҡурғанының ҡыҙыҡлы артефакттары менән танышырға мөмкин.
Музейҙың адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 20-се йорт. Эш ваҡыты: 12.00-18.00.
Сығанаҡ: "Башҡорт аты" фестиваленең матбуғат хеҙмәте