Иҡтисад
6 Сентябрь 2025, 12:55

“Башҡорт аты” фестивалендә Ат парадында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшылары аталды

Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары ат парадында иң яҡшы ҡатнашыусылар тип танылды.

“Башҡорт аты” фестивалендә Ат парадында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшылары аталды“Башҡорт аты” фестивалендә Ат парадында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшылары аталды
“Башҡорт аты” фестивалендә Ат парадында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшылары аталды

Башҡорт тоҡомло аттар парады IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең биҙәге һәм кульминацияһы булды. Тантаналы марш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөнгө көндә Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналды.

Дөйөм алғанда, ат парады республиканың 25 районынан 400-ҙән ашыу атты берләштерҙе. Атлылар, өлкәндәр һәм балалар, төрлө осорҙағы башҡорт яугирҙәре костюмдарын кейгән ине.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас