Иҡтисад
6 Сентябрь 2025, 07:10

Рәшитбәк менән Арслан да «Башҡорт аты» фестивалендә сығыш яһай

Рәшитбәк Бикчанов менән Арслан Ҡарғолов Төркмәнстандан Башҡортостанға килгән.

Рәшитбәк менән Арслан да «Башҡорт аты» фестивалендә сығыш яһайРәшитбәк менән Арслан да «Башҡорт аты» фестивалендә сығыш яһай
Рәшитбәк менән Арслан да «Башҡорт аты» фестивалендә сығыш яһай

Бөгөн Башҡортостандың Баймаҡ районында барған “Башҡорт аты” фестивалендә бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Шуларҙың береһе – масс-рестлинг буйынса ярыш. Уларҙа   Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары ла ҡатнашасаҡ.

— Фестивалдә беренсе тапҡыр түгел. Өфө фән һәм технологиялар университетында  филология буйынса белем алам, йыл һайын “Башҡорт аты”на киләм, – ти 23 йәшлек Рәшитбәк Бикчанов. — Миңә бында бик оҡшай, атмосфера шәп, һауа торошо ла иҫ киткес. Башҡортостанда ял итеүе рәхәт, Европаға ҡарағанда бында “текәрәк”. Бөгөн беҙҙә мас-рестлинг ярышы буласаҡ, барыһынан да яҡшыраҡ сығыш яһармын тип ышанам.

Арслан Ҡарғолов та Төркмәнстандан килгән, мас-рестлинг, көрәш менән шөғөлләнә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡый.

Сығанаҡ: mgazeta.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас