Иҡтисад
6 Сентябрь 2025, 06:30

Сибай инновациялар һәм таланттар урыны буласаҡ!

"Был биләмә ошоғаса үҙендә күп серҙәр һәм ҙур энергетика һаҡлай. Илебеҙҙә бындай тәбиғи байлыҡтарға һәм үҙенсәлекле тарихҡа бай ерҙәр бик күп тә түгел", – тип төбәктең тарихы менән уртаҡлашты Андрей Назаров.

Сибай инновациялар һәм таланттар урыны буласаҡ!Сибай инновациялар һәм таланттар урыны буласаҡ!
Сибай инновациялар һәм таланттар урыны буласаҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VII Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйының пленар улырышында ҡатнашты.

Республика Премьер-министры Андрей Назаров “INNOREGION: иҡтисади үҫештең яңы үҙәктәре” пленар ултырышында сығыш яһаны. Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ул инвестиция һабантуйының Башҡортостан Урал аръяғының “йөрәгендә” – Сибай ҡалаһында үткәрелеүен билдәләне.  

– Был үҙенсәлекле урын. Бынан 90 километр алыҫлыҡта Башҡортостан совет республикаһының тәүге баш ҡалаһы Темәс урынлашҡан. 100 километр алыҫлыҡта Арҡайым ята. Был биләмә ошоғаса үҙендә күп серҙәр һәм ҙур энергетика һаҡлай. Илебеҙҙә бындай тәбиғи байлыҡтарға һәм үҙенсәлекле тарихҡа бай ерҙәр бик күп тә түгел, – тип төбәктең тарихы менән уртаҡлашты Андрей Назаров.

 – Оҙаҡламай Сибай үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо ваҡыт эсендә ҙур булмаған таусылар ауылынан заманса ҡала үҫеп сыҡты, – тип спикер төбәктә башҡарылған эштәргә туҡталды.

Һуңғы ете йыл эсендә Сибай иҡтисадына 14 миллиард һумдан ашыу аҡса инвестицияланған. Аҡрынлап эшлекле әүҙемлек тә үҫешә. “Полиметалл” компанияһы 2028 йылға байыҡтырыу фабрикаһын яңыртыуҙы тамамлаясаҡ һәм тәүге руданы аласаҡ. Шулай уҡ “Новопетровское” алтын-баҡыр ятҡылығын сафҡа  индереү буйынса эш алып барыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме өс миллиард һумға етәсәк.

– Бындай ҡатмарлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу квалификациялы хеҙмәткәрҙәр талап итә. Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе бөгөнгө форум сараларында ла тикшерелде. Ҡарарҙарҙың береһе – производство эшмәкәрлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарҙы йәлеп итеү. Шуға күрә хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған профессиялар буйынса уҡытыу һәм яңынан әҙерләү системаһын йәйелдерәбеҙ, – тине Премьер-министр.

Артабан ул халыҡ-ара инвестиция форумын үткәреү урыны итеп Сибайҙың осраҡлы һайланмауын билдәләне. Бөтә эшләнмәләр Урал аръяғының 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһында тормошҡа ашырылған. Һуңғы алты йыл эсендә бында 160 миллиард һум инвестицияланған. Әле инвестиция портфелендә 230 миллиард һумлыҡ 243 проект иҫәпләнә. Уларҙың күбеһенә юл тап Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында һалынған.

– Хәҙер беҙ металл прокаты, катод баҡыры, составында алтын булған һәм үтә ныҡ иретмәләрҙе эшләп сығарыу буйынса производстволарға инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшләйбеҙ. Перспективала – микроэлектроника һәм машиналар төҙөлөшө өсөн компоненттар етештереү. Бынан тыш, инфраструктураны үҫтереү буйынса әүҙемлекте арттырасаҡбыҙ. Бурыс – Урал аръяғын логистик торғонлоҡтан сығарыу һәм уны перспективалы халыҡ-ара эшмәкәрлек  сылбырына йәлеп итеү, – тип дауам итте Андрей Назаров. – Алдағы йылдарҙа был биләмә инвестициялар, яңы производстволар, квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Сибай инновациялар һәм таланттар өсөн магнит буласаҡ. Бында йәшәргә һәм эшләргә теләк буласаҡ! – тип һүҙен йомғаҡланы Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас