

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә даими рәүештә "Инвестсәғәт"тең үткәрелеүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ысынлап та, Инвестиция комитетының ултырышы инвестиция сәғәте форматында ойошторола. Унда Радий Фәрит улына иҡтисадтың төрлө тармағы һәм социаль өлкә тәңгәлендә яңы проекттар тәҡдим итәләр, ә һөйләшеүгә төрлө йүнәлештә бик күп мәсьәләләр сығарыла. Юл буйы сервисы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, туризм, хеҙмәттәр күрһәтеү, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙағы яңы башланғыстар – шуға асыҡ миҫал.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, һәр төрлө күрһәткестәр төбәк иҡтисадының үҫеш динамикаһын туранан-тура сағылдыра. Әйтәйек, бизнес эшләй, эшҡыуарҙар халыҡҡа кәрәкле тауар етештерә, кешеләргә төрлө йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтелә.
– Эшҡыуарҙарҙың инициативаһына булышлыҡ итеү өсөн эшмәкәрлегебеҙҙе көйләгәнбеҙ, эш башлаусыларҙы ла, аяғында ныҡлы баҫып тороусыларҙы ла, бизнес тураһында уйлаусыларҙы ла ярҙамдан өҙмәйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Халыҡ мәнфәғәтендә эшмәкәрлеген көйләгән
Хәйер, агросәнәғәт комплексы секторына, мәғариф тармағына, мәҙәниәткә, спортҡа, транспортҡа, юлдар торошона, социаль мәсьәләләргә һәм бүтән өлкәләргә ныҡлы иғтибар бүленә икән, быны "Инвестсәғәт"тең эш һөҙөмтәһе тип аңларға кәрәк. Республика етәксеһенең "Инвестсәғәт"те уҙғарыуы халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүен аңлата ла инде. Бары тик Радий Хәбиров власҡа килеү менән төбәккә инвесторҙарҙы күпләп йәлеп итеүгә ныҡлап тотондо.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Инвестсәғәт" форматындағы кәңәшмәләр - инвесторҙар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырыу һәм мәсьәләне тиҙ ҡабул итеү йәһәтенән уңайлы инструмент. Һәр яҡлап та үҫешкә илткән бындай осрашыуҙар 2018 йылдан бирле ойошторола, һәм был тәңгәлдә тик ыңғай һөҙөмтәне күрәбеҙ.
– "Инвестсәғәт" - үҙенә күрә бизнес менән власть араһына һалынған ныҡлы күпер, – тине Радий Фәрит улы йөҙөнсө юбилей кәңәшмәлә. – Эшҡыуарҙар менән ныҡлы бәйләнеш ептәре булдырыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Был ифрат ҡатмарлы һәм ауыр эш, әммә төбәк иҡтисадын юғары күтәреүҙә уның емештәрен күреү, кешеләрҙең тормошон еңеләйтеүгә булышлыҡ итеү шул хәтлем ҡыуаныслы.
2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостанға эш сәфәре менән килгәнен, шул иҫәпттән Әбйәлил районында булғанын һәммәбеҙ ҙә хәтерләй. Владимир Владимировичтың визиты йомғаҡтары буйынса Радий Фәрит улы хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биргәйне. Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҙур иҡтисадсы түгел, әммә шуны белә, "инвестиция" һүҙе янында һәр ваҡыт "ышаныс" тигән төшөнсә тора. Әгәр ҙә ышаныс булһа, һине хөрмәт итәләр, һиңә ир-ат тип ҡарайҙар, һәр хәлдә, әйткәндәреңә ышанасаҡтар икән, инвестициялар яуып торасаҡ.
Шуныһы, Радий Хәбиров тарафынан индерелгән инвестиция сәғәте – ул иң беренсе тармаҡ сәғәте. Уның яҡшы яҡтарын һанап бөтөрөрлөк түгел, шуға күрә лә бүтән бик күп өлкәләр менән тығыҙ бәйләнеште эш форматы итеп тә алғандар. Ул - эҙмә-эҙлекле уникаль инструмент, уны индереү инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүгә, юғары вазифалы кешеләрҙән гарантиялар алыуға мөмкинлек бирә һәм ведомство-ара йүнәлештәге сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә этәрә.
Киңәйтелгән ултырыштарҙа, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тәьҫир иткән, республикабыҙҙың власть органдары, урындағы үҙидара һәм башҡа ойошма вәкилдәре лә инә. Эшҡыуарҙар, төрлө аңлашылмаған бюрократик кәртәләрҙе урап үтеп, Радий Хәбировҡа һәм Хөкүмәтебеҙгә туранан-тура үтенесен белдереү мөмкинлегенә эйә.
Инвестиция сәғәттәренең власть менән бизнесҡа уңайлы диалог ролен үтәүен дә онотмайыҡ. Үҙ сиратында, ул төбәккә капитал һалыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы арттыра, артабан инде өр-яңы эш урындарына юлдар асыла, һүҙ ҙә юҡ, эшһеҙлек күҙгә күренеп кәмей һәм социаль-иҡтисади хәл шаҡтай яҡшыра. Бындағы кәңәшмәнән һуң инвестиция проекттарын ҡарауҙың ваҡыты ҡыҫҡара, дәүләт ярҙамы арта. Бары тик шундай эш алымы айҡанлы, республикабыҙ, инвестиция климаты исемлегенең уртаһында торғандан һуң, хәҙер иһә стратегиялар инициативаһы агентлығы рейтингында лидер ролен үтәй.
"Инвестсәғәт"тәрендә, республикабыҙҙа әллә ни алға китмәгән йәки ярайһы үҫеш талап иткән яңы йүнәлештәргә һәм етештереү тармаҡтарына иғтибар бүленә. Башҡортостан кимәлендә үҙенең ыңғай яҡтарын ошондағы фекер алышыуҙар күрһәтте, үҙ сиратында, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эш тәжрибәһе бөтә муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ла таратылды.
Уны Башҡортостандың инвестиция сәйәсәтенең төп инструменты тип тә ҡарарға мөмкин. Инвестиция советы ултырышының ошо форматы Рәсәйҙә иң яҡшы эш алымы тип танылыуы күпте һөйләй. Ул республикабыҙға, инвестициялар һаны буйынса, төбәк-лидер исемлегенә инеүгә – бер аҙым.
Һандар нимә тураһында һөйләй?
Башҡортостан Инвестиция комитеты "инвестиция сәғәт"е форматында бик күп ултырыштар уҙғарған. Унда 740 инвестиция проекты ҡаралған ( 2019–2025 йылдар), дөйөм инвестициялар күләме – 1 291,2 миллиард һум, 93,127 кеше яңы эш урыны менән тәьмин ителгән.
Республикабыҙҙағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары түбәндәгеләр – 2025 йылдың 1 июленә исемлеккә 384 инвестиция проекты индерелгән, планлаштырылған инвестициялар күләме – 874,8 миллиард һум, 29,9 мең кеше үҙенә өр-яңы эш урыны тапҡан.
2019–2025 йылдар һуҙымында телгә алынған ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә инвесторҙар 516,0 миллиард һум аҡса йүнәлткән һәм 10,6 кешегә яңы эш урыны булдырылған.
Дәүләт ярҙамынын өҙмәй
Инвесторҙар бихисап өҫтөнлөктәр менән файҙалана. Мәҫәлән, һалым түләгәндә төрлө ташламалар ҡаралған, улай ғына ла түгел, инвестиция һалымын кире ҡайтара алалар. Бынан тыш төрлө ҡорамалдар алғаны һәм агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртҡаны өсөн субсидия ла бар.
Әйтәйек, 2019–2025 йылдар күҙ уңында тотола, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы уңғандарға 27,2 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, шул иҫәптән 23,0 миллиард һумлыҡ һалым ташламаһы билдәләнгән. Шулай уҡ 1,7 миллиард һумлыҡ инвестиция һалымы ҡайтармаһы, 1,6 миллиард һумлыҡ инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөлөшө өсөн түләүҙәрҙе ҡайтарыу, ҡоролма һатып алғаны өсөн 0,5 миллиард һумлыҡ субсидия, агросәнәғәт комплексы объектын яңыртыуға 0,35 миллиард һумлыҡ субсидия бирелеү – шуға асыҡ дәлил.
Маҡсат – кешеләрҙең йәшәйешен еңеләйтеү
Башланған эш - бөткән эш, тибеҙ. 2024–2025 йылдар арауығында түбәндәге инвестиция проекттары уңышлы тормош ашырылған – "Урожай ауыл хужалығы предприятиеһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте "Урожай" йәмғиәтендә үҫемлекселек тармағын (инвестиция күләме – 3,9 миллиард һум) хәстәрләгән, "Фармленд" акционерҙар йәмғиәте "Фармленд–Терминал 1" логистик комплексын (1,2 миллиард һум) төҙөгән, "АМКОДОР–АҒИҘЕЛ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урып йыйыу эштәренән һуң игенде эшкәртеү ҡоролмаһын (1,1 миллиард һум) ҡорған, "Урожай" һөтсөлөк фермаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ауырғазы районының Ишле ауылында малсылыҡ комплексын (4,3 миллиард һум) ҡалҡытҡан, ә "ПромЦентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңы ерҙәрҙе лә ҡушып, индустриаль парк (1,4 миллиард һум) сиктәрен киңәйткән. Хәйер, барыһын да һанап тороу ҙа кәрәкмәйҙер, ҡыҫҡаһы, бик күп изге уй-маҡсаттар уңышлы бойомға ашырылған.
Шәп проекттар тамамланыу алдында тора
Киләсәктә башҡортостандар өсөн әллә күпме шәп яңылыҡтар көтөлә. Тиҙҙән "Турбаҫлы бройлерҙары" акционерҙар йәмғиәте бройлерҙар йүнәлешендә предприятиены (инвестиция күләме – 8,5 миллиард һум) реконструкциялаясаҡ, "Башнефть-Добыча" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңыртып ҡороу (3,2 миллиард һум) эштәрен тамамларға уйлай, "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы акционерҙар йәмғиәте "Башнефть" йәмғиәтендә резерв технологик линияны (3,0 миллиард һум) һаласаҡ, "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте Учалылағы сәнәғәт предприятиеларынан ағып төшкән һыуҙы таҙартыу ҡоролмаһының (2,0 миллиард һум) икенсе сиратын төҙөргә ниәт иткән, ә "Стройтех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара "Өфө" аэропортында ҡунаҡхана (1,5 миллиард һум) төҙөүҙе тамамлар тип көтөлә.
Шуны ла өҫтәү мөһим, 2023 йылда Радий Фәрит улының бойороғо нигеҙендә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы инвесторҙарға дәүләт ярҙамын күрһәтеү ныҡ ябайлаштырылды. Элек инвестор 18 төрлө документ йыйып ыҙалаһа, хәҙер өстө бирһә лә етә йәки исемлек алты тапҡырға кәмегән һәм ер участкаһын биреү ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарған. Эйе, эшләйем тигән тырыш инвесторҙарҙың юлына "йәшел ут" тоҡандырылған.
Айырым иҡтисади режим территорияһы тураһында бер кәлимә һүҙ. Резиденттар һалым ташламаһы менән файҙалана, ерҙе ҡуртымға алғаны өсөн уларға кәметелгән коэффициент ҡаралған, ябайлаштырылған административ процедуралар ҙа, таможня преференциялары ла тырыштарҙың файҙаһына йүнәлтелгән. Махсус йылдам үҫеш территорияһына ҡараған биләмәләр – Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Белорет һәм Нефтекама ҡалаларына һәр яҡлап та ярҙам күрһәтелә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылған һәр проект уңышлы тип табыла, үҙ сиратында, республикабыҙ йылдан-йыл төҙөкләнә һәм күркәмләнә.
Фото: Башинформ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов:
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "инвестсәғәт"те һәр ваҡыт юғары кимәлдә үткәрә, уның һәр фекере иғтибарға лайыҡ. Радий Фәрит улы бизнес тураһында эшлекле тәҡдимдәрен еткерә, эшҡыуарҙарҙы диҡҡәт менән тыңлай, йүнселдәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һала.
Төрлө ҡатмарлы осорҙың теркәлеүенә ҡарамаҫтан, айырыуса ковид пандемияһы, санкцияларға бәйле баҫым күҙ уңында тотола, республика етәкселегенең, иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү йәһәтенән, тармаҡҡа йән өрөү буйынса, эш тәжрибәһе етерлек. Инвестиция тәңгәлендә үҫеш динамикаһын һаҡлауҙа ла потенциал көслө. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙең сере – комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу. Беҙҙә иҡтисадтың киләсәге ышаныслы. Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – халыҡтың йәшәйешендә еңеллек тыуҙырыу, кешеләргә өр-яңы эш урындары булдырыу, уңғандарға ярҙам күрһәтеү, инвесторҙар менән тулы аңлашыусанлыҡ мөхите тыуҙырыу.