

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Өфөлә һәм Өфө районында Өфө аръяғының коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөүгә 13,5 миллиард һум күләмендә федераль ярҙам алыуын хәбәр итте.
– Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында беҙ конкурс нигеҙендә Өфө аръяғында һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәрен төҙөү өсөн 5 миллиард һумлыҡ ҡаҙна инфраструктура кредитын алыуға икенсе ғаризаны яҡланыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов проектты өс этапта – 2025-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыуҙары хаҡында хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августа Хөкүмәт комиссияһы президиумы 8,5 миллиард һумлыҡ проекттың беренсе сиратын тормошҡа ашырыуға ғаризаны хупланы.
– Тәүге ике этап сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 100 саҡрымдан ашыу һыу менән тәьмин итеү селтәрен, таҙа һыу резервуарҙары менән өс һыу баҫҡыс станцияһы, 28 километр һыу ағыҙыу селтәре, ике канализация-насос станцияһы төҙөргә, шулай уҡ ҡеүәтте тәүлегенә 44 мең кубометрға тиклем арттырып, Князев һыу алыу ҡоролмаһын реконструкциялауҙы планлаштырабыҙ. Йыл аҙағында конкурс процедураларын үткәрәсәкбеҙ, ә эштәрҙе 2026 йылда башлаясаҡбыҙ, – тине Артем Ковшов. – Шулай итеп, 2030 йылға беҙ һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре менән Өфө аръяғы торлаҡ фондын, 6 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған күләмдә торлаҡ төҙөүҙе һәм сафҡа индереүҙе тәьмин итәсәкбеҙ, социаль һәм коммерция объекттарын төҙөү мөмкинлеген булдырабыҙ.
Радий Хәбиров проекттың өсөнсө этабын тормошҡа ашырыуға ғариза әҙерләргә ҡушты.
– Баш ҡалабыҙҙы Өфө ярымутрауынан ситтә – Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аръяғындағы биләмәләрҙә үҫтереү мәсьәләһен ҡала хакимиәтендә тиҫтәләгән йылдар элек үк ҡаранылар. Әммә финанс мөмкинлеге булманы. Федераль үҙәктең ярҙамы беҙгә алға барырға ярҙам итә, – тине Радий Фәрит улы.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы төбәктең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә ғаризаларҙы сифатлы әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм проекттың ҡала халҡының йәшәү кимәлен күтәреү өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Өфө аръяғы һәм Ағиҙел аръяғы үҫешенә коммуналь инфраструктураның булмауы ҡамасауланы – уның төҙөлөшөн үҙ көсөбөҙ менән тәьмин итә алмаҫ инек. Бында бик күп эштәр талап ителә, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Беҙ етди ғариза биреү кампанияһын үткәрҙек һәм 13,5 миллиард һум федераль ярҙам алдыҡ. Селтәрҙәр мәсьәләһен хәл итеү арҡаһында бында тағы ла алты миллион квадрат метр торлаҡ – тотош юлдаш ҡала төҙөй аласаҡбыҙ. Шулай уҡ Өфө аръяғында урынлашҡан һәр ауылды һыу менән тәьмин итәсәкбеҙ – был бигерәк тә унда йәшәүселәр өсөн мөһим. Нуғай, Зинин, Шмидт төрлө кимәлдә һыу етешмәүсәнлеген кисерә. Был мәсьәләне лә беҙ ябасаҡбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.