Иҡтисад
10 Сентябрь 2025, 06:15

Ауыл хужалығына ярҙамға дрондар килә

Семинарҙың ғәмәли өлөшө ни өсөн тап “Дружба” предприятиеһы баҫыуҙарында үткәрелде?

Ауыл хужалығына ярҙамға дрондар киләАуыл хужалығына ярҙамға дрондар килә
Ауыл хужалығына ярҙамға дрондар килә

Ауыл хужалығында эш һөҙөмтәһе күп осраҡта һауа торошона бәйле булғас, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре климаттың “сюрприз”дарына, төрлө хәлдәргә әҙер торорға күнеккән. Был йәһәттән уларға хәҙер заман технологиялары ла ярҙамға килә. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттары.

Тыныс тормошта ла ҡулланасаҡбыҙ

Быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында билдәле булыуынса, Башҡортостан дрондарҙы төрлө тармаҡ эшмәкәрлегенә индереү, ҡулланылыу майҙанын киңәйтеү буйынса илдә өсөнсө урынға сыҡты.

– Махсус хәрби операция тамамланыр, ә пилотһыҙ осоу аппараттары артабан да файҙаланыласаҡ. Дрондарҙың төрлө тармаҡтарҙа – ауыл хужалығынан алып ҡотҡарыу операцияларына тиклем – ҡулланылыу мөмкинлеге киң, – тине форумдағы сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Киләсәгебеҙ – пилотһыҙ осоу аппараттарында. Беҙ уларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. FPV дрондарын етештереү үҙенсәлектәрен өйрәндек. Уларҙы алғы сафтағы яугирҙәргә алып барабыҙ, был аппараттар МХО-ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ватанды һаҡлаясаҡ йәш быуын вәкилдәрен дә дрондар менән эш итергә өйрәтәбеҙ. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын артабан тыныс тормошта файҙаланыу алымдары ла даими үҙләштерелә.

Ошондай тенденция хәҙер тотош илдә бара. Президент Владимир Путин быйыл июлдә үткән “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында Рәсәй Хөкүмәтенә үҙебеҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереү системаһын ҡорорға ҡушты – уларҙы башҡа тармаҡтарҙа ла файҙалана башлау мөһимлеген белдерҙе.

“Бөгөн дрондар логистик, социаль, иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп ҡоралға әйләнә бара. Уларһыҙ инфраструктураны һөҙөмтәле үҫтереү мөмкин түгел. Был аппараттар халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән киң мөмкинлеккә эйә. Айырыуса беҙҙең илдә – төпкөлдә ятҡан төбәктәре күп дәүләттә”, – тине Рәсәй Президентының һанлы һәм технология йәһәтенән үҫеш мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле, Милли технология башланғыстары фонды Советы рәйесе Дмитрий Песков та.    

Ошо бурыстарға ярашлы, республикабыҙҙа хәҙер дрондар ауыл хужалығында, кадастр күҙәтеүендә, картографияла, металлургияла, урман секторында, тау-мәғдән индустрияһында һәм башҡа өлкәләрҙә файҙаланыла. Уларҙы үҫтереү алымдары даими өйрәнелә. Мәҫәлән, күптән түгел Стәрлетамаҡ районында ошондай маҡсатҡа йүнәлтелгән семинар булды. Ауыл хужалығында пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереүгә арналған сарала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты бурыстары ла күҙ уңында тотолдо.

Тармаҡҡа йәштәрҙе “саҡыра”

Ер ресурстары яҡшы табыш килтерһен өсөн тармаҡта яңы технологиялар әүҙем ҡулланылырға тейеш. Был маҡсатта республика райондарында комплекслы эш алып барыла. Ошо хаҡта Стәрлетамаҡ районында үткән семинарҙа ла әйтелде. “Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында баҫыуҙар эшкәртелер тип бер нисә йыл элек уйламай ҙа инек, – тине сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Ә хәҙер улар бар. Тәүгеләре аҙ зарядлы, ҡайһылары баҫыуҙарҙы яндыра ине, һуңғы ваҡытта иһә был аппараттар бар яҡлап үҫешә. Бөгөнгөләре – баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙең электән килгән традицион сараларына лайыҡлы альтернатива һәм улар көндән-көн тиерлек камиллаша”.

Заманса технологияны, әлбиттә, йәштәр нығыраҡ аңлай, нескәлектәренә тиҙерәк төшөнә. Шуға ла өлкәндәр уларға был эште ышанып тапшырыусан. Тимәк, пилотһыҙ системалар – йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Улар ошо технология ярҙамында үҙ урынын табып, ер эшендә ысын оҫтаға әйләнә.

Республиканың аграр ведомствоһынан белдереүҙәренсә, әле ауыл хужалығы ойошмалары балансында мультиротор тибындағы 13 пилотһыҙ осоу аппараты (дрон-коптерҙар) бар. Улар баҫыу ерҙәрен эшкәртеү, төрлө йәһәттән мониторинг үткәреү һәләтенә эйә. 2023-2024 йылдарҙа республикала агродрондар ярҙамында һәм хеҙмәт күрһәтеү килешеүҙәре нигеҙендә сәсеүлектәрҙең 50 мең гектарға яҡын майҙанында мониторинглау, химик эшкәртеү уҙғарылған. Быйыл иһә күрһәткес күпкә юғары – бындай эштәр 90 мең гектарҙа үткәрелгән.

Стәрлетамаҡта ойошторолған семинарҙың ғәмәли өлөшө райондың Подлесное ауылы биләмәһендәге “Дружба” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында уҙҙы. Унда “Баш-Фунгицид” компанияһы вәкилдәре Vector AGR HD 580 һәм DJI Agras Т50 пилотһыҙ осоу аппараттарының нисек эшләүен күрһәтте, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Әйтеүҙәренсә, хәҙер инде ошондай иң яҡшы аппараттар бер сменала 200 гектарға тиклем сәсеүлекте эшкәртә ала. Тиҙҙән республика баҙарына көсө буйынса ике тапҡыр ҡеүәтлерәк пилотһыҙ осоу аппараттары сығасаҡ. Улар традицион эшкәртеү сараларына ҡарағанда экономиялыраҡ, хаҡтары арзаныраҡ, шул уҡ ваҡытта һауа торошо шарттарына ул тиклем бәйле түгел.

Трактор менән сағыштырһаҡ...

Ауыл хужалығы өсөн эшләнгән пилотһыҙ осоу аппараттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында “Баш-Фунгицид” компанияһының коммерция директоры Флорит Гәрәевкә мөрәжәғәт иттек.

– Аграр тармаҡта был яңы технология ауыл хужалығы культураларына пестицидтар, гербицидтар һиптереү өсөн файҙаланыла. Ошо рәүешле баҫыуҙарҙы ҡоротҡостарҙан, ҡый үләндәренән, үҫентеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлайбыҙ. Дрон шулай уҡ көнбағышҡа десикация эшләү (уңыш йыйыу алдынан ер өҫтөндәге массаһын киптереү) өсөн файҙаланыла. Һөҙөмтәлә культура бер тигеҙ өлгөрә, дымлылығы кәмей, тимәк, урыу еңелләшә.

Флорит Фарсый улы билдәләүенсә, электән килгән традицион ер эшкәртеү ысулдары менән сағыштырғанда, пилотһыҙ осоу аппараттарының өҫтөнлөктәре күп:

1) культураларҙы химик эшкәртеү барышында дрон баҫыуҙарҙы трактор кеүек тапамай, иҙгесләмәй, колея һалмай;

2) ауыл хужалығы культураһы етерлек кимәлдә үҫкән булып, трактор уның өҫтөнән химикаттар һибеп уҙһа, үҫенте тапалып, кире тормауы ихтимал. Ошо рәүешле, ғәҙәттә, баҫыу уңышының өс-биш проценты юғалыуға дусар ителә. Иҫәпләп ҡарағанда, әгәр, мәҫәлән, бер мең гектар майҙанға рапс сәселгән икән, уның өс процентын юғалтыу – аҡса эквивалентында өс миллион һум самаһы;

3) дрондың тағы бер өҫтөнлөгө – ул ямғырҙан һуң да тиҙ арала эшләй ала. Тик аппаратты киптереп алыу ғына кәрәк. Ер эшкәртеү техникалары иһә, белеүебеҙсә, ямғыр яуғандан һуң бер нисә көн дауамында баҫыуға инә алмай;

4) пилотһыҙ осоу аппараты традицион баҫыу техникаларына ҡарағанда арзаныраҡ. Уның менән идара итеү ҙә еңелерәк, сөнки яһалма интеллект – техник күрһәтмә буйынса үҙе эшләй, һиптерә;

5) баҫыуҙарҙы элеккесә эшкәрткәндә химикаттарҙың трактор кабинаһына инеүе ихтимал, ошо сәбәпле механизаторҙарҙың ағыуланыу осраҡтары күп. Ә пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланғанда оператор химия менән тура бәйләнешкә инмәй.

– Шулай ҙа дрондың иң ҙур өҫтөнлөгө, минеңсә, бейек булып үҫкән көнбағыш, кукуруз культураларын һындырмайынса эшкәртә алыуылыр, – ти Флорит Гәрәев. – Юғиһә ғәҙәттәге техника уларҙың байтаҡ уңышын юғалтыуға дусар итеүсән. Дрон ошо проблеманы яйға һалыуға айырыуса ныҡ булышлыҡ ҡыласаҡ. Ғөмүмән, мин был заман технологияһының бер ниндәй кире яғын күрмәйем.

Семинарҙың ғәмәли өлөшөн ни өсөн тап “Дружба” предприятиеһы баҫыуҙарында үткәрҙек? Был алдынғы ауыл хужалығы ойошмаһы менән барлыҡ мәсьәләләр буйынса һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Предприятие биләмәһендә демонстрация участкалары булдырғанбыҙ. Был тәжрибә майҙансыҡтарында урындағы шарттарҙа заман технологиялары нисек эшләүен, ниндәй культуралар, гибридтар яҡшы уңыш биреүен һ.б. күрһәтәбеҙ. Беҙ аппараттарҙы сервис хеҙмәтләндереү эшен дә алып барабыҙ, шулай уҡ дрон операторҙарын уҡытабыҙ.

Фотола: “Дрон – ауыл хужалығы өсөн ҙур ярҙамсы”, – ти Флорит Гәрәев.

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас