

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – ИТ-тармаҡ үҫеше.
“Һанлы технологияларға бәйле бөтә нәмә беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ уларҙы иҡтисадҡа, төбәккә идара итеү системаһына индереү буйынса эш алып барабыҙ – шунһыҙ алға табан хәрәкәт итеү мөмкин түгел”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, мәғлүмәт технологиялары креатив индустрияның бер өлөшө булып тора һәм Башҡортостан иҡтисады өсөн мөһим.
“Беҙҙең бөгөнгө бурыс – һеҙҙең тәҡдимдәрҙе тыңлау, нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы белеү”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин үҙ сығышында мәғлүмәт технологияларының яңы һәм иҡтисадтағы иң йылдам үҫешкән йүнәлеш булыуын билдәләне. “Форт диалог” компанияһының генераль директоры Кирилл Полетаев Төбәк мәғлүмәт технологиялары ассоциацияһының эше тураһында һөйләне, ә “Предиктор” компанияһының генераль директоры Айрат Ғәлләмовтың сығышы яһалма интеллектты ауыл хужалығына индереүгә арналғайны.
“Ростелеком”да республика бизнесы өсөн һанлы трансформация проекты офисы астыҡ. Быйыл уға 76 миллион һумлыҡ федераль грант бүленде. Сәнәғәт предприятиелараның ошо йүнәлештәге әүҙемлеген арттырырға ине”, – тине “Башинформсвязь” компанияһының генераль директоры Сергей Нищев. “Лексема” компанияһының генераль директоры Виктор Тимошин да ошо башланғысты хупланы.
Радий Хәбиров компаниялар етәкселәрен аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә һәм “Сәнәғәт сәғәте”дә ҡатнашырға саҡырҙы, улар предприятиеларҙың һанлы үҫешенә арналасаҡ.
Осрашыу һуңында төбәк етәксеһе бөтә ҡатнашыусыларға конструктив диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ИТ-сфера өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.