

Республика Йортонда сираттағы инвестиция комитетының "Инвестсәғәте" үтте. Унда ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтарын бик йылдам үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан яңы проекттар тәҡдим ителде.
"БиоТех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Динар Әхмәтдинов Ҡыйғы районында көнәркәшлеккә һәләтле ауыл хужалығы культураларын етештерергә уйлай. Инвестиция күләме – 679,5 миллион һум. Әгәр ҙә пландар тормошҡа аша ҡалһа, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы, социаль-иҡтисади яҡтан ныҡ итеп үҫеүҙән айырмалы, фән эшмәкәрлеге өсөн дә "ишектәр асыласаҡ".
– Ошо проектты тормошҡа ашырыу – республикабыҙҙың белем усаҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ҙур бер аҙым тигән һүҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Ысынлап та, компанияны квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә ул. Бынан тыш, ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы райондарын үҫтереүгә лә юлдар асасаҡ.
Рөстәм Моратов ошо проектты ярҙамдан өҙмәйәсәктәрен әйтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.