Иҡтисад
18 Сентябрь 2025, 14:20

Террористик һөжүм мәсьәләләре тикшерелде

18 сентябрь "Газпром нефтехим Салауат" предприятиеһына самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. 

Террористик һөжүм мәсьәләләре тикшерелдеТеррористик һөжүм мәсьәләләре тикшерелде
Террористик һөжүм мәсьәләләре тикшерелде

"Газпром нефтехим Салават" компанияһы майҙансығындағы республика антитеррористик комиссияһының һәм оператив штабтың күсмә ултырышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Унда предприятиеға террористик һөжүм мәсьәләләре тикшерелде.

Республика етәксеһе, һөҙөмтәле һаҡлағаны һәм һөжүмде кире ҡаҡҡаны өсөн, предприятиеның һаҡ хеҙмәтенә һәм Рәсәй Оборона министрлығының вәкилдәренә оло рәхмәтен белдерҙе.

Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазыловтың докладын тыңланылар. Министр зарарлы матдәләрҙең юҡлығын хәбәр итте.

Әле Салауат ҡалаһындағы предприятие ғәҙәти режимда эшләй, янғын һүндерелгән.

Башҡортостан Башлығы алдан әйтеүенсә, 18 сентябрь "Газпром нефтехим Салават" предприятиеһына самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән.

Фото: Башҡортосан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас