Урман хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡҡа бәйле мәғлүмәттәр еткерҙе, эшсәндәрҙе байрам менән ҡотланы.
“Башҡортостанда алты йылда 93 мең гектар майҙанда урманды тергеҙә алдыҡ, – тип яҙҙы ул. – Тергеҙеү менән ҡырҡыу араһындағы уртаса баланс 112,5 процент тәшкил итте – республикала урман киҫелгәнгә ҡарағанда күберәк ултыртыла”.
Андрей Назаров билдәләүенсә, тармаҡтың матди хәлен нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Милли проектта ҡатнашыу арҡаһында 700-ҙән ашыу берәмек урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, ҡорамалдар, инвентарҙар алынған. Улар – тракторҙар, ауыр бульдозерҙар, эткестәр, янғын автоцистерналары, ағас ултыртыу машиналары, культиваторҙар, һабандар, ҡатмарлы урындарҙан үтә алған автомобилдәр һ.б.
Республиканың “Урманды һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы урман янғындарына ҡаршы эште көсәйтеү, ошо маҡсатта тейешле күләмдә ҡорамалдар алыу мөмкинлеген биргән – федераль бюджеттан бер миллиард һумдан ашыу йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә был йәһәттән Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡанбыҙ.
“Беҙҙең урман комплексында 800 ойошма. Уларға субсидиялар, кредитлауҙың ташламалы программалары аша ярҙам күрһәтәбеҙ. 2022 йылдан алып Сәнәғәт үҫеше фонды урман сәнәғәтселәренә 700 миллион һумлыҡ займ бирҙе, – тип яҙҙы Андрей Назаров. – Бөгөн Рәсәйҙә Урман эшсәндәре һәм урман эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Башҡортостан – урманлы төбәк. Ошо өлкәлә эшләгән һәр кемде һөнәри байрам менән ҡотлайым!”
Фотолар А. Назаровтың сәхифәһенән алынды.