Иҡтисад
26 Сентябрь 2025, 07:30

Ни өсөн бында эш яй бара?

Урындағы халыҡтың ошо мәсьәлә айҡанлы ялыуҙарына тейешле ойошма тиҙ яуап бирҙе

Ни өсөн бында эш яй бара?Ни өсөн бында эш яй бара?
Ни өсөн бында эш яй бара?

Урындағы халыҡтың ошо мәсьәлә айҡанлы ялыуҙарына тейешле ойошма тиҙ яуап бирҙе.

Һүҙ Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлы тураһында бара. Урындарҙан хәбәр итеүҙәренсә, бында ремонт эштәрен башлағандар ҙа, аҙағына еткермәй туҡтап ҡалғандар, юл үҙе насар хәлдә.

Республиканың юл хужалығы идаралығы аңлатыуынса, дәүләт контракты нигеҙендә бында подрядсы булып “Башкиравтодор” кмпанияһы сығыш яһай. Ә эштең туҡтап ҡалыуы подрядсыға ҡарата банкротлыҡ процедураһы ҡуҙғатыуҙары, ә һуңынан уны үткәрмәҫкә ҡарар итеүҙәре менән аңлатыла.

Ремонт эштәре быйыл сентябрь-октябрҙә ҡабат башланыр һәм ағымдағы төҙөлөш миҙгеле аҙағында тамамланыр тип көтөлә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас