

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ХХV Рәсәй энергетика форумын һәм 31-се “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.
Форумда энергетика тармағының төп эксперттары һәм сәнәғәт вәкилдәре ҡатнаша. Илдең төрлө төбәктәренән 100 компания үҙҙәренең алдынғы технологияларын күрһәтте.
Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы форумдың башланыуы менән ҡотланы һәм уңышлы эш теләне.
“Башҡортостандағы энергетика системаһы илдә иң ҙурҙарҙың һәм иң йоғонтоло эшләгәндәрҙең береһе. Ул бөтә ҡулланыусыларҙың, ҡалалар һәм ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Уның йоғонтололоғон электр энергияһы етештереү генерацияһының йыл башынан алып биш процентҡа үҫеүе лә күрһәтеп тора. Беҙ энергия системаһын үҫтереүгә, яңыртыуға күп көс һалған компанияларға рәхмәтлебеҙ”, – тине ул.
Республика етәксеһе шулай уҡ энергетика тармағы предприятиеларында эшләүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.