Иҡтисад
1 Октябрь 2025, 15:15

Республиканың Инвестиция порталында бизнес өсөн биләмәләр бер бүлеккә тупланған

Һәр объект буйынса майҙансыҡтың идара итеүсе компанияһының ентекле тасуирламаһы, характеристикаһы, шулай уҡ бәйләнештәре урынлаштырылған.

Республиканың Инвестиция порталында бизнес өсөн биләмәләр бер бүлеккә тупланғанРеспубликаның Инвестиция порталында бизнес өсөн биләмәләр бер бүлеккә тупланған
Республиканың Инвестиция порталында бизнес өсөн биләмәләр бер бүлеккә тупланған

Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында бизнес алып барыу өсөн махсус майҙансыҡтар бер бүлеккә тупланған. Майҙансыҡтар бизнесҡа производствоны йәки эш урындарын урынлаштырыу өсөн әҙер инфраструктуралы биләмә тәҡдим итә.

- Махсус майҙансыҡтар бизнесҡа офис йәки производство бинаһы ҡорамалдары хаҡында борсолмаҫҡа мөмкинлек бирә. Улар кәрәкле техник шарттарға, коммуникацияларға һәм уңайлы инфраструктураға эйә. Бынан тыш, махсус майҙансыҡ резиденттары һалым ташламалары һәм дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Бүлектә 22 технопарк һәм бизнес-инкубатор, 12 индустриаль парк һәм 35 коворкинг-үҙәк тураһында мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ бында махсус майҙансыҡтар биләмәһендә үҙ производствоһын урынлаштырырға (эш урындарын ойошторорға) теләүселәр өсөн дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

Һәр объект буйынса майҙансыҡтың идара итеүсе компанияһының ентекле тасуирламаһы, характеристикаһы, шулай уҡ бәйләнештәре урынлаштырылған.

Бынан тыш, туранан-тура Инвестиция порталы аша һайланған махсус майҙансыҡ резидентлығына ғариза ебәреү мөмкинлеге бар.

Белешмә:

Башҡортостандың инвестиция порталы INVESTRB.RU 2019 йылдан эшләй, ул эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн "берҙәм тәҙрә" булып тора. Электрон майҙансыҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу уңайлылығы өсөн даими рәүештә яңы актуаль контент менән тулылана. Порталдағы мәғлүмәт эшҡыуарға уның менән эшләү уңайлы булһын өсөн урынлаштырыла, һәм ул бер сығанаҡта теләһә ниндәй һорауға яуап ала ала.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас