Иҡтисад
1 Октябрь 2025, 11:45

Яңы энергетика объекттары асылды

Ниндәй объекттар файҙаланыуға тапшырылды?

Яңы энергетика объекттары асылдыЯңы энергетика объекттары асылды
Яңы энергетика объекттары асылды

Бөгөн Өфөлә XXV Рәсәй энергетика форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеэлемтә режимында төбәктең яңы энергетика объекттарын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашты.

Яңы объекттар – Өфө районының “Гвардейская” ярҙамсы станцияһындағы бүлгеләү ҡоролмаһы, Иглин районындағы “Алаторка” ярҙамсы станцияһындағы электр тапшырыу линиялары.

Шулай уҡ сарала Нефтекамалағы Ҡарман ГРЭСның реконструкцияланған 1-се энергия блогы файҙаланыуға тапшырылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас