

Дүшәнбелә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тажикстан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн төбәктең мөмкинлектәрен тәҡдим итте.
Башҡортостан һәм Тажикстан хөкүмәттәре араһында 1998 йылда ҡул ҡуйылған Сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үҙ-ара килешеп эш итеүгә нигеҙ һалды, тип билдәләне ул.
2011 йылда Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы асылыуы ике яҡлы мөнәсәбәттәргә ҙур импульс бирә.
– Бөгөн Башҡортостан 110-дан ашыу ил менән тышҡы сауҙа бәйләнештәрен һаҡлай. Тажикстан Республикаһының тауар әйләнешендә 15-се урынды биләй, ҙур мөмкинлекте иҫәпкә алып, был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк, – тип билдәләне Премьер-министр.
Башҡортостандан Тажикстанға экспорт структураһында минераль тауарҙар (65,5 процент), ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары (24,4 процент), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (5,4 процент), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (2,4 процент) өҫтөнлөк итә. Андрей Назаров Башҡортостандың үҫешкән машиналар эшләү, химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, шулай уҡ ҡеүәтле аграр сектор менән Рәсәйҙең алдынғы сәнәғәт төбәктәренең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Европа менән Азияның тоташҡан урынында уңайлы урынлашыуы республикабыҙҙы Евразия өсөн мөһим сауҙа сатында итә. Шуға күрә уҙаҡташтарыбыҙ менән һөҙөмтәле экспорт-логистика инфраструктураһын булдырыу буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Төп йүнәлештәр араһында – Өфө эргәһендәге халыҡ-ара күп функциялы эшлекле комплекс һәм 110 миллион доллар самаһы инвестиция күләме менән “Өфө” транспорт агро-логистика паркы. Дүшәнбелә “Коргохи машинасози” предприятиеһы базаһында Индустриаль парк булдырыу эшкәртелә. Проектҡа республика компаниялары ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, – тип һөйләне Башҡортостан Премьер-министры.
Башҡортостан менән Тажикстандың сәнәғәттә, ауыл хужалығында, туризмда һәм мәғарифта үҙ-ара эш итеү потенциалы ҙур.
Төбәктең юғары уҡыу йорттарында Тажикстандан 1,5 меңгә яҡын студент уҡый, алмашыу һәм берлектәге ғилми проекттар тураһында килешеүҙәр ғәмәлдә.
– Бындай диалог – үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн мөһим аҙым. Дөйөм сиктәре булмауға ҡарамаҫтан, халыҡтарыбыҙ ныҡлы күршелек бәйләнештәрен берләштерә – дини йолалар, традицион ҡиммәттәргә тоғролоҡ, өлкән быуынға хөрмәт. Беҙ яңы проекттар өсөн асыҡ һәм халыҡтарыбыҙ мәнфәғәтендә стратегик партнерлыҡ менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru.