

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә, БР Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны һәм быйылғы урып-йыйыу кампанияһы барышы тураһында һөйләне. Уны тыңлағандан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең бик яҡшы уңыш алыуын билдәләне.
Бөгөнгә республикала бөтә майҙандарҙың 1 миллион 543 мең гектарҙан ашыуы йәки 74 процент йыйып алынған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу буйынса эштәр тамамланған тиерлек. Майҙандың 95проценты сабылған, был 1 миллион 338 мең гектар. 78 мең гектар самаһы майҙанды йыйып алырға ҡалған.
Тулайым иген һуғыу яҡынса 3 млн 650 мең тонна тәшкил итә, уртаса уңыш гектарынан 27,4 центнер. Былтыр был күрһәткес гектарынан 21,7 центнер булған, ә иген һуғыуҙың дөйөм күләме 3,2 миллион тонна тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта дүрт районда иген йыйыу тамамланған, республиканың 39 районында – 90 проценттан ашыу, туғыҙ районда 70 проценттан ашыу йыйып алынған.
Бер шартлы мал башына 25,6 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, был пландың 100,6 проценты. 1,3 процентҡа күберәк бесән йәки 676 мең тонна, алты процентҡа күберәк сенаж йәки 1 миллион 182 мең тонна әҙерләнгән. Силос ағымдағы датаға 943 мең тонна йәки планға ҡарата 84 процент һалынған.
Фото: mcx.gov.ru