Иҡтисад
8 Октябрь 2025, 14:15

Иң тәмле сыр – Өфөлә

Уны республикабыҙҙың ресторандары һатып ала.

Иң тәмле сыр – ӨфөләИң тәмле сыр – Өфөлә
Иң тәмле сыр – Өфөлә

Өфө районынан шәхси эшҡыуар В.Т. Чубинидзе "Башҡортостан тауары" проектында дипломант булған. Уңған эшҡыуар сыр етештереү менән мәшғүл.

– "Башҡортостан тауары" республикабыҙҙың етештереүселәре араһында ҙур абруй ҡаҙанған, – тип һөйләй Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров. – Был проекттың эшмәкәрлеге баҙарға үтеп инеү һәм төбәк тауарын танытыуға ныҡ ярҙам итә.

Әйткәндәй, сырҙы республикабыҙҙың ресторандары һатып ала, ә сеймал менән урындағы фермерҙар тәьмин итә. Шуға күрә лә беҙҙәге сыр иң тәмлеһе.

Шул иғтибарға лайыҡ, 879 предприятие "Башҡортостан тауары" проекты дипломанттары булған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас