

Көн тәртибендә – ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре.
Радий Хәбиров Тажикстан етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хеҙмәттәшлеккә ынтылышты юғары баһаланы.
“Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур теләк менән килдек. Тәүге сиратта был – беҙҙең республиканың Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыуҙа ҡатнашыуы. Бында Башҡортостандың Үҫеш копорацияһы әүҙем эшләй, шуға күрә Дүшәнбелә уның вәкиллеген асырға әҙербеҙ”, – тине республика Башлығы. – “Бөгөн буласаҡ индустриаль парк биләмәһен ҡараясаҡбыҙ. Һәм, әлбиәттә, яңы башланғысты томрошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынған һеҙҙең предприятиелар вәкилдәре менән осрашабыҙ”.
“Рәсәй Президенты Владимир Путиндың беҙгә сәфәре барышында Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын асыу Башҡортостан менән Тажикстандың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәренә яңы һулыш бирәсәк”, – тине Шерали Кәбир.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.