

Дүшәмбе ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тажикстан Хөкүмәте ҡарамағындағы Дәүләт матди резервтар буйынса агентлыҡ директоры Нурмәхмәд Әхмәтзода менән осрашты.
Осрашыу ваҡытында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм Башҡортостан менән Тажикстан араһында үҙ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Айырыуса уртаҡ проекттарҙы үҫтереүгә иғтибар бүленде, шул иҫәптән Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркын төҙөү тураһында һөйләшеү булды.
– Сәфәр барышында беҙ бер нисә эшлекле осрашыу ойошторҙоҡ, сәнәғәт һәм инвестиция бәйләнештәре буйынса ла фекер алыштыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Башҡортостан менән Тажикстанды эшлекле бәйләнештәр һәм партнерлыҡты үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу бәйләй.
Шулай уҡ осрашыуҙа ауыл хужалығы тармағы, теплицалар төҙөү һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү буйынса берлектәге проекттарҙы үҫтереү кеүек темалар тураһында һөйләштеләр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.