Иҡтисад
10 Октября 2025, 14:15

Хеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙ

Радий Хәбировтың Тажикстанға сәфәре һөҙөмтәле булды.  

Хеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙХеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙ
Хеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙ

Иҡтисадты үҫтереү өсөн Башҡортостан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте йәнләндереү йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Рәсәйҙең рәсми делегацияһы составында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәре лә Башҡортостан өсөн һөҙөмтәле булды. Дәүләт визиты менән барған илебеҙ Президенты Владимир Путин был делегацияға етәкселек итте. Ҙур кимәлдә уҙғарылған халыҡ-ара ваҡиғала Башҡортостандың әүҙем ҡатнашыуы республикабыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Был иһә федераль үҙәк тарафынан республикабыҙҙы тышҡы сәйәси һәм тышҡы иҡтисади “трек”та һөҙөмтәле эшләүгә һәләтле ышаныслы субъект итеп күреүен сағылдыра. Башҡортостан имиджы өсөн башҡа күләмле халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыуға мөмкинлек асҡан мөһим ваҡиға ла булып тора ул.

Индустриаль парк яңы мөмкинлектәр аса

Тажикстанға визит барышында Дүшәнбе ҡалаһында Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был сара Рәсәй Президентының Тажикстанға дәүләт визиты сиктәрендә үтте. Ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Эмомали Рахмон ҡатнашлығындағы сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Тажикстандың инвестициялар һәм дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Султон Рәхимзада килешеүҙәр менән алмашты.

Документты Башҡортостан Хөкүмәте, Тажикстан Хөкүмәте, “Халыҡ-ара проекттар идаралығы” компанияһы, “Коргохи машинасози” машиналар эшләү предприятиеһы төҙөгән.

 – Был парк 9,3 гектар майҙанда урынлашасаҡ. Беҙҙең үҫеш корпорацияһына федераль бюджет иҫәбенә ике этапта производство корпустарын реконструкцияларға һәм модернизацияларға кәрәк буласаҡ. Тағы ла бер бурысыбыҙ бар – Индустриаль паркка резиденттар йәлеп итеү. Республиканың бер нисә предприятиеһы был йәһәттән ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, индустриаль парк булдырыу планы тураһында быйыл март айында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Тажикстан Республикаһы Хөкүмәте килешкәйне.

Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан бер көн алда Башҡортостан Башлығы буласаҡ майҙансыҡты ҡараны, уның мөмкинлектәре менән танышты.

Индустриаль парк биләмәһендә өс производство корпусы булдырыу планлаштырыла. Улар металлургия, станоктар эшләү производствоһы, шулай уҡ еңел һәм медицина сәнәғәте  йүнәлешендә.  

Индустриаль парк булдырыу тураһында килешеү төҙөлөүе – Тажикстан менән хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлеге. Был килешеү оҙайлы ваҡыт эсендә әҙерләнгәйне, хәҙер уны тормошҡа ашырыуға юл асылды.

Был башланғыстың Тажикстан яғынан булыуы ла бик мөһим. Был Башҡортостанға ҡарата партнер булараҡ ышанысты, ҡыҙыҡһыныуҙы сағылдыра. Был - оҙайлы ваҡытҡа билдәләнгән стратегик проект, һәм ул Башҡортостан предприятиеларын перспективалы баҙарға сығарыу һәм берлектәге производствоны булдырыу өсөн платформа була ала.

Тажикстан – хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы мөмкинлек

Был визит  иҡтисады үҫешкән Тажикстанда яңы “үҫеш нөктәләрен” табырға булышлыҡ итте.

Радий Хәбиров та Тажикстан иҡтисадының юғары үҫеш динамикаһын билдәләне. Был иһә хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы мөхит булдыра. Башҡортостан өсөн әле әйтеп үткән индустриаль паркта ғына түгел, башҡа тармаҡтарҙа: сауҙала, машиналар эшләүҙә, агросәнәғәт комплексында һәм башҡа өлкәләрҙә яңы мөмкинлектәр аса. Эш сәфәре Башҡортостан бизнесы өсөн яңы йүнәлештәр билдәләргә булышлыҡ итте.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та Тажикстанға визиттың был ил менән Башҡортостан мөнәсәбәте араһында яңы битте асыуын белдерҙе.

Ябай булмаған осорҙа ла бер урында тормауыбыҙҙы, яңы партнерҙар табыуыбыҙҙы күрһәтте әлеге сәфәр. Тажикстанға визит – республикабыҙҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен диверсификациялау буйынса республика етәкселегенең аңлы һәм стратегик аҙымы. Иҡтисади яҡтан отошло булған өлкәләрҙән башҡа, был хеҙмәттәшлек башҡа йүнәлештәрҙе, тәүге сиратта туризмды үҫтерергә лә булышлыҡ итәсәк.

Туризм йүнәлешенә лә яңы юлдар күҙаллана

Тажикстанға визит мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тажикстан Хөкүмәте ҡарамағындағы туризм үҫеше буйынса комитет рәйесе Джамшед Джумахонзода менән дә осрашып, туризм өлкәһендә берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр.

Джамшед Джумахонзода халыҡ-ара туризмды иҡтисад үҫешенең өҫтөнлөклө сараларының береһе тип билдәләне.

–Беҙҙең илдәр араһында бәйләнеш барлыҡ йүнәлештәр буйынса үҫешә. Туризм тармағында ла яҡшы динамика бар. Быйыл беҙ Рәсәйҙән ҡунаҡтар һанының артыуын күҙәтәбеҙ. Тажикстанды танытыуҙы күтәреү йүнәлешендә барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланабыҙ һәм әүҙем эш алып барабыҙ. Беҙҙең туроператорҙар Рәсәйҙә тематик күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша. Беҙ ҙә Рәсәй төбәктәренән вәкилдәрҙе ҡабул итәбеҙ. Беҙ туризмды үҫтереү буйынса аныҡ аҙымдарға нигеҙләнгән тотороҡло партнерлыҡ булдырыуға әҙер,– тине ул.

Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров та Башҡортостан менән Тажикстандың юғары туризм потенциалына эйә булыуын әйтте.

–Беҙҙең республикалар уникаль тәбиғәт объекттары, тарихи, мәҙәни, сәнғәт  һәйкәлдәре булыуы менән  оҡшаш.  Тажикстан йәнле үҫешә һәм бында туристарҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ күп нәмә бар. Шулай уҡ беҙҙә лә ҡунаҡтарға күрһәтерлек урындар күп. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры етәкселегендә беҙҙең делегация был турала һөйләшеү өсөн килергә әҙер. Үҙ-ара бәйләнеште көйләү өсөн Өфөнән Тажикстанға даими авиабәйләнеш булдырылыуы ла уңайлы яҡтарҙың береһе, – тине Башҡортостан Башлығы.

Осрашыуҙа туроператорҙар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, берлектәге продукттар булдырыу, туристар өсөн, шул иҫәптән “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса сәфәр ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

ФЕКЕР

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

–Бер урында ғына торорға ярамай. Халыҡ-ара аренала яңы партнерҙар эҙләргә кәрәк. Тажикстан беҙҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра һәм уның төрлө форматтарын тәҡдим итә. Был ил үҙенең үҫеш динамикаһы менән һоҡландыра. Бында ла үҫеш нөктәләре таба алыуыбыҙға ышанам. Пландар күп. Эҙмә-эҙлекле һәм яуаплы итеп эшләү мөһим. Барыһы ла килеп сығырына ышанам.

Гүзәлиә ҒӘЛИМОВА, иҡтисад фәндәре кандидаты:

– Төбәктәр өсөн бөгөнгө көндөң төп өҫтөнлөктәренең береһе – тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте киңәйтеү. Санкция сикләүҙәре шарттарында был йүнәлеш айырыуса актуаль булып тора. Тажикстан һәм Башҡортостан Республикаһы араһында индустриаль парк булдырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу төбәк предприятиеларына тышҡы иҡтисади аренаға сығыу мөмкинлеген киңәйтә. Парктың эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре еңел сәнәғәт, станоктар эшләү, медицина ҡорамалдары, металлургия буласағын күҙ уңында тотҡанда, был биләмәләге резиденттар кооперацияһы тәжрибә уртаҡлашыу, тағы ла замансараҡ технологияларҙы йәлеп итеү һәм был өлкәләрҙә артабан үҫеш өсөн этәргес бирәсәк. Был йүнәлештәр республикабыҙҙа ҡаралған үҫеш өҫтөнлөктәренә тура килә. Бынан тыш ул проектта ҡатнашыусыларға яңы баҙарға, айырым әйткәндә, Үҙәк Азия баҙарҙарына сығырға мөмкинлек бирә.

Белешмә

Бөгөн Башҡортостан 110-дан ашыу ил менән тышҡы сауҙа бәйләнештәре булдырған. Тауар әйләнешендә Тажикстан Республикаһы 15-се урынды биләй. Ҙур потенциалды иҫәпкә алғанда, был йүнәлештә эште көсәйтеү мөһим. Башҡортостандан Тажикстанға экспорт структураһына күҙ һалғанда, минераль продукттар (65,5 процент), ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәре (24,4 процент), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (5,4 процент), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (2,4 процент) өҫтөнлөклө йүнәлеште биләй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Хеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙ
Хеҙмәттәшлектә яңы бейеклектәр яулайбыҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас