Иҡтисад
11 Октября 2025, 12:30

Өфөлә “Да дому” магазины асылды

Белоруссияның сауҙа селтәренә ҡарай ул.

Өфөлә “Да дому” магазины асылдыӨфөлә “Да дому” магазины асылды
Өфөлә “Да дому” магазины асылды

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Беллегпром” концернының “Да Дому” тигән Белоруссия селтәре магазинын асыуҙа ҡатнашты.

Бында билдәле Белоруссия брендының продукцияһы тәҡдим ителгән. Шул иҫәптән туҡыма әйберҙәр, һауыт-һаба, өй өсөн кейемдәр, интерьерҙы дизайнлау тауарҙары бар. Өфөләге магазин - был сауҙа селтәренең Рәсәйҙәге өсөнсө нөктәһе. Быға тиклем ул Екатеринбург һәм Новосибирскиҙа асыла.

Шуны билдәләү мөһим, Башҡортостанда яҡынса 80 сауҙа объекты Беларусь Республикаһында етештерелгән продукцияны һатыуға махсуслашҡан. 2023 йылда Өфөлә был илдең “Коминтерн” тегеү фабрикаһының Рәсәйҙәге тәүге фирма магазины эш башланы.   

Радий Хәбиров республикабыҙҙың Белоруссия партнерҙары менән хеҙмәттәшлеге дауам итәсәген белдерҙе.

- Белоруссия машиналар эшләү һәм еңел сәнәғәттә алға китте. Беҙ оҙайлы ваҡыт дауамында белорус етештереүселәренең һауыт-һаба, етен әйберҙәр, башҡа тауарҙар һатҡан ошондай универсаль магазинын асыу һорауы менән шөғөлләндек. Был беҙҙә йәшәүселәргә сифатлы, ҡиммәт булмаған, яҡшы әйберҙәр һатып алыуға мөмкинлек бирә, – тине төбәк етәксеһе. – Был эш Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө булып тора.

Фото: Олег Яровиков.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас