

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙы хеҙмәтләндереү буйынса күп функциялы станция төҙөү өсөн «ХелиПорт-Уфа» компанияһына ер майҙансығы бирергә ҡушты.
Был эш республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен көйләү министрлығына йөкмәтелде. Компания Өфөнөң Октябрь районында Ноғай ауылы эргәһендә ике гектар ерҙе ҡуртымға алырға тейеш. Ерҙең кадастр хаҡы 16,9 миллион һум тәшкил итә.
Проекттың презентацияһында әйтелеүенсә, вертолеттар ҡабул итеү һәм осороп ебәреү терминалын төҙөүгә 170 миллион һум бүленә. Был проектты тормошҡа ашырыу 17 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Фото: “Башинформ”.