Иҡтисад
14 Октябрь 2025, 12:55

Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуана

Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготаһы булған кеше бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһын алды. 

Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуанаБалалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуана
Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуана

2025 йыл башынан Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготаһы булған кеше “Һөт кухняһы” продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән. Улар иҫәбендә – йөклө ҡатындар, бала имеҙгән ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән өс йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ опекаға алынғандар. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һөт кухняһы” төбәк етәксеһе башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Был ваҡыт эсендә сығарылған ассортимент ике тапҡырға, ә эшкәртелгән сеймал күләме 2,7 тапҡырға арттырыла. 2025 йылдың туғыҙ айында цехтарҙа 1 015 тонна һөт эшкәртелгән, 646 тонна әҙер продукция сығарылған. Республикала ете етештереү майҙансығы эшләй – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында.

Муниципалитеттар биләмәһендә бөтәһе 135 биреү пункты эшләй, шул иҫәптән 63 фирма, ете – дарыухана базаһында. Балалар аҙыҡ-түлеге менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон төрҙә бирергә мөмкин.

2025 йылдың беренсе яртыһында өлкәндәр өсөн сығарылған продукция исемлеген киңәйтеү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ассортиментта 12 яңы позиция барлыҡҡа килде, шул иҫәптән пэт-шешәләрҙәге йогурттар, 72,5 процент майлы аҡ май, фильтрланмаған квас, биш төр сыр, – тине Азат Асҡаров. – Бер ай элек 1,5 литрлыҡ ПЭТ-шешәләрҙә “Отборное” һөтөн етештерә башланыҡ. Кондитер һәм икмәк-булка изделиелары – икмәк, маффин һәм эремсек менән һутлы ризыҡтар рецептураһын эшләү планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы “Һөт кухняһы” етештереүҙе артабан киңәйтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был ҙур предприятие, уны үҫтереүгә бюджет средстволарын һалдыҡ. Беҙ уны асҡанда, буласаҡ әсәйҙәр, балалар бушлай сифатлы продукция алһын тигән идея бар ине. Һәм беҙ уны тормошҡа ашырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙән артабанғы стратегия, шул иҫәптән бюджеттан тыш эшмәкәрлек буйынса тәҡдимдәр көтәм.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас