

Башҡортостан иҡтисадына ярты йылда шәхси капитал индереү күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,7 процентҡа артҡан һәм 247,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
– Былтыр инвестициялар күләме 9,7 процентҡа артҡайны. Был – республика иҡтисадына һалынған 800 миллиард һум самаһы аҡса. Дөйөм алғанда, алты йыл эсендә үҫеш 74,2 процент тәшкил итте. Бында беҙ дөйөм Рәсәй һәм округ күрһәткесен ике тапҡырға арттырҙыҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Шәхси инвестицияларҙың үҫеше 35 районда һәм ҡалала күҙәтелә, ә туғыҙ муниципалитетта ул ике тапҡырға артҡан. Үҫеш буйынса Ағиҙел ҡалаһы, Ейәнсура, Нуриман, Благовар, Баҡалы райондары алда бара. Был хаҡта үҙ докладында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Министр әйтеүенсә, шәхси инвестициялар Өфөлә үткән йылға ҡарағанда – 23; Стәрлетамаҡ һәм Хәйбулла райондарында – 2,7; Учалы районында – 1,5 һәм Салауатта 1,1 миллиард һумға артҡан.
Бынан алда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан федераль Инвестиция картаһында урынлаштырылған инвестиция тәҡдимдәре һаны буйынса 1-се урынды биләй, тип хәбәр итте.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/27669/