Иҡтисад
17 Октябрь 2025, 14:15

Араҡы етештереү артты

“Башспирт” акционерҙар йәмғиәте быйылғы туғыҙ айҙа 3,8 миллион декалитр араҡы етештергән, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк.

Араҡы етештереү арттыАраҡы етештереү артты
Араҡы етештереү артты

“Башспирт” акционерҙар йәмғиәте быйылғы туғыҙ айҙа 3,8 миллион декалитр араҡы етештергән, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк.

Ә спирт етештереү ете процентҡа, ликер-араҡы эсемлектәре етештереү 38 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә был тармаҡта күрһәткестең кәмеүе күҙәтелә – ғинуар-сентябрҙә спирт етештереү былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда –10, араҡы етештереү алты процентҡа аҙайған. Ошо туғыҙ айҙа Рәсәйҙә араҡы һатыу – өс процентҡа, Башҡортостанда ете процентҡа кәмегән.

Акционерҙар йәмғиәте белгестәре әйтеүенсә, “Башспирт” продукцияһы илдең 89 төбәгенә оҙатыла, шуларҙың етәүһендә алкоголле эсемлектәр һатыуҙың кәмеүе күҙәтелә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас