Иҡтисад
19 Октября 2025, 05:30

Яңы автомобилдәрҙе хәҙер алалармы?

«Авито Авто» сайты яҙыуынса, Башҡортостанда яңы автомобилдәргә ихтыяж йыл башынан алып 38 процентҡа артҡан.

Яңы автомобилдәрҙе хәҙер алалармы?Яңы автомобилдәрҙе хәҙер алалармы?
Яңы автомобилдәрҙе хәҙер алалармы?

«Авито Авто» сайты яҙыуынса, Башҡортостанда яңы автомобилдәргә ихтыяж йыл башынан алып 38 процентҡа артҡан.

Иң ҙур ихтыяж тыуҙырған автомобилдәр – Geely (+57,2%), Evolute (+37,8%), Changan (+35,8%), LADA (+34,2%)  һәм Chery (+33,7%).

“Рәсәйҙә яңы автомобилдәргә ихтыяждың аҡрынлап арта барыуын күҙәтәбеҙ. Бының бер нисә сәбәбе бар: Үҙәк Банк ставкаһының түбәнәйеүе, дилерҙар яһаған ташламалар һәм махсус тәҡдимдәр, былтыр һатылмай ҡалған автомобилдәрҙе күмәртә хаҡы менән һатыу. Көтөлгәнсә, быйылғы йыл аҙағында автомобилдәр баҙарында хәл тотороҡло яҡшыра барасаҡ, сөнки үткән айҙарҙа автомобиль алмай ҡалғандар ошо баҙарға мөрәжәғәт итә башляасаҡ”, – тип аңлата “Авито”лағы “Яңы автомобилдәр” йүнәлеше етәксеһе Никита Ивахненко.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас