

20 октябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров транспорт өлкәһендә федераль хеҙмәттең Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигының яңы урынбаҫары Александр Косолапов менән осрашты.
Көн тәртибендә легаль булмаған пассажир ташыусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу, автомобиль трассаларында ауырлыҡ-габарит контроле системаһы эше һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы идаралыҡ начальнигы урынбаҫарын тәғәйенләнеше менән ҡотланы һәм уңышлы эш теләне.
– Ространснадзор менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Транспортты контролдә тотоуға бәйле бер нисә көнүҙәк мәсьәлә бар, төбәктә юлдар байтаҡ, әммә йыш ҡына ауыр йөк транспорты уларҙы емерә. Беҙ ауырлыҡ-габарит контроле өлкәһендә ҡануниәтте боҙоусыларға ҡаршы көрәш буйынса комплекслы программа әҙерләү алдында торабыҙ. Һеҙҙән дә был эшкә ҡушылыуығыҙҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Александр Косолапов ведомство менән конструктив берлектәге эше өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Минең профессиональ тәжрибәм, шул иҫәптән Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән хеҙмәттәшлек буйынса, Башҡортостан менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итер, тип ышанам, - тип белдерҙе Ространснадзор идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Фото: glavarb.ru.