Иҡтисад
20 Октябрь 2025, 14:05

Уңыш быйыл да яҡшы

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда иген уңышы – 3,8 млн тонна иген тәшкил итә. 

Уңыш быйыл да яҡшыУңыш быйыл да яҡшы
Уңыш быйыл да яҡшы

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыуҙы тамамланы. Уларҙың уңышы 3,8 миллион тоннанан ашып киткән, был былтырғы күрһәткестән 500 мең тоннаға күберәк. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса уртаса уңыш гектарынан 27,4 центнер тәшкил иткән. Стәрлетамаҡ районы һуғыу буйынса лидер булды, унда 237 мең тонна иген йыйып алынған.

Бынан тыш, республикала шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең 90 проценты эшкәртелгән. Аграрийҙар һәр гектарҙан уртаса 485 центнер ала. Тамыраҙыҡтың тулайым йыйымы 1,9 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Майлы культураларҙы йыйыу ҙа тамамлана, уларҙың уңышы 760 мең тоннаға етә. Башҡортостан хужалыҡтары шулай уҡ киләһе йыл уңышы өсөн мал аҙығы әҙерләүҙең һәм ужым культураларын сәсеүҙең финиш этабына сыҡты.

 – Миҙгел йомғаҡтары буйынса 2 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө, 1 миллион тоннаға яҡын майлы культуралар, 558 мең тонна картуф һәм 261 мең тонна асыҡ грунт йәшелсәләре алырға планлаштырабыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов. – Аграрийҙар заманса юғары етештереүсәнле техника ярҙамында үҙ бурыстарын үтәне.

2025 йыл башынан алып төбәк хужалыҡтары 9,3 миллиард һумға 1 546 берәмек машина һәм ҡорамал һатып алған, шул иҫәптән льготалы лизинг программалары буйынса. Ә республиканың агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 2025 йылда 4,9 миллиард һумдан ашҡан.

Вице-премьер шулай уҡ, бер айҙан да кәмерәк ваҡыт эсендә аграрийҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын – ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйәсәк, тип хәбәр итте. Өфөлә тантаналы саралар 7 ноябргә билдәләнгән.

Башҡортостан Башлығы урып-йыйыу кампанияһының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм аграрийҙарға яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Хужалыҡтарҙың сәсеүлектәр структураһында һығылмалылыҡ күрһәтеүе һәм бөгөн баҙарға кәрәкле культураларҙы үҫтереүе мөһим, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас