Иҡтисад
21 Октябрь 2025, 11:15

Эшләгәнгә ырыҫ юлдаш

Быйыл Фәнис Әнис улы улы 33-сө ураҡ кампанияһын уҙғарҙы. 60 гектар ерҙә иген культуралары, шулай уҡ етен сәсеп, уңыш йыйып алды. 

Эшләгәнгә ырыҫ юлдашЭшләгәнгә ырыҫ юлдаш
Эшләгәнгә ырыҫ юлдаш

Ауыл элек-электән мәҙәниәттең, йолаларҙың нигеҙе, шулай уҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү сығанағы. Республикабыҙ был йәһәттән һәр саҡ алдынғы, беҙҙә игенселеккә, ит, һөт, ҡымыҙ, бал продукциялары алыуға ҙур иғтибар бүленә. Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.

Фермер Фәнис Ғәлиәхмәтов һәр көн баҫыу-ҡырҙарҙы иңләп сығырға күнеккән – таң атыу менән күңеле уларға тартыла. Эйе, ул бар күңелен һалып эшләргә ғәҙәтләнгән. Ауыл хужалығында шунһыҙ мөмкин дә түгел – был тармаҡ егәрлелекте, һәр нәмәнең асылына төшөп, ентекле эшләүҙе ярата шул. Фермерҙың иңендә – меңләгән гектар сәселгән баҫыуҙар, ҡәҙерләп үҫтереп, бөртөкләп йыйып алынған иҫәпһеҙ-һанһыҙ уңыш, иң мөһиме – оло тәжрибә һәм аяҡтарҙа ныҡлы баҫып тороуға килтергән аҙымдар.

 Ә бит алыҫ 2000 йылдар башында, фермерлыҡ эшен башлағанда, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан “Ғәлиәхмәтов” крәҫтиән(фермер) хужалығы етәксеһе Фәнис Ғәлиәхмәтовтың икеләнеүҙәре, бер аҙ ҡурҡыуҙары ла булмай түгел. Шулай булмай ни, – заманалар ҡатмарлы, ҡасандыр уңышлы ғына эшләгән “Бүләк” колхозы бөтөүгә табан бара, шуға киләсәккә ҡарата әллә ни ышаныс булмай.

Шундай ҡатмарлы ваҡыттарҙа көслө рухлылар эште үҙ ҡулына ала ла инде. Фәнис Әнис улы ла үҙенең фермерлыҡ хужалығын булдырырға ҡарар итә. Ер эшендә тәжрибәһе лә етерлек була ул ваҡытта – “Бүләк” колхозында агроном, Туймазы районы хужалыҡтарының береһендә иҡтисадсы вазифаларын башҡара, шулай уҡ газ хеҙмәте инженеры, газ ҡоролмаларын төҙөкләндереүсе слесарь булып та эшләй.

Игенселекте ул арендаға алынған 10 гектар ерҙән башлай. Хәҙер хужалыҡ етәксеһе ҙур энтузиазм һәм дәрт-дарман менән яңы тормошҡа тәүге аҙымдар яһаған, ҙур өмөттәр бағлап, тәүге иген бураҙналарын һалып сәскән, беренсе уңышты йыйып йәки яңы техника алып һөйөнгән мәлдәрҙе һағынып хәтергә төшөрә. Иген культураларынан мул уңыш алғас, һатыу өсөн күпләп ҡаҙ бәпкәләре үҫтереп тә һаталар. Ике йыл һынатмай эшләгәндән һуң, уға тағы ла баҫыуҙан 50 гектар ер бирелә. Бында инде иген культураларынан тыш, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Шулай уҡ намыҫлы булғаны, халыҡ менән уртаҡ тел таба алғаны, дөйөм эште ойоштора белгәне өсөн уға ышаныс белдереп, Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын  тап­шы­ралар. Иңенә алған эште ҙур яуаплылыҡ менән алты йыл тарта. 

Быйыл Фәнис Әнис улы улы 33-сө ураҡ кампанияһын уҙғарҙы. 60 гектар ерҙә иген культуралары, шулай уҡ етен сәсеп, уңыш йыйып алды. 

– Иген культураларын йыйыуҙы һауа торошо булышлыҡ иткәндә ҡыҫҡа ваҡытта ойошҡан рәүештә сифатлы итеп атҡарып сыҡтым. Матди-техник потенциал ныҡлы булғанда, әлбиттә, эш бара. Техника, ҡорамалдарым бар, – ти ул.

Фәнис Әнис улы тормош итәше Раушания Мәздәт ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Илнур, Илфир һәм Рәфил башҡа һөнәрҙе һайлай, әммә атайҙарының төп ярҙамсылары булып тора – ял ваҡыттары етеү менән ауылға ашҡынып ҡайтып, барлыҡ эште бергәләп башҡаралар. Уларҙың өсөһөнөң дә үҙ ғаиләләре бар, олатай-өләсәйгә ейәндәр ҙә бүләк иткәндәр.

Фермер һүҙҙәренсә, дәүләт яғынан субсидиялар даими бүленәһәм был аграрийҙар янсығы өсөн һиҙелерлек ярҙам булып тора.

Ауыл хужалығында уңышлы эшләү егәрлелекте лә, финанс яғынан белемле булыуҙы ла талап итә.  Әммә ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Фәнис Ғәлиәхмәтов үҙенең тормошон ошо сикһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар, техника һәм улар тураһындағы уй-хәстәрҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның баҫыуҙарына ғорурлыҡ һәм ҙур хәстәрлек менән дә ҡараш ташлауында, игенселек тураһында иркенләп һөйләүендә был тармаҡҡа ҡарата һөйөүе ҙур булыуын шунда уҡ шәйләргә мөмкин. Һис бер ауырлыҡҡа зарланмай, үҙ ерендә кинәнеп эшләгән, яратҡан шөғөлө булған фермерға һоҡланмау мөмкин түгел. Эштәре артабан да уң булһын.

 

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры:

– Былтырғы эш йомғаҡтарына килгәндә, ауыл хужалығында тулайым продукт етештереү күләме 252 миллиард һум тәшкил итте – Рәсәйҙә туғыҙынсы урында булдыҡ. Был һөҙөмтәнең төп өлөшө тауар секторына тура килә – 58 процент.

Уҙған йылда төбәктең аграр секторына ярҙамға федераль ҡаҙнанан туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға ике бюджеттан 4,2 миллиард һум бүленде, шуның 2,3 миллиарды – төбәк ҡаҙнаһынан.

Илдар ЛАТИПОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе:

– Беҙҙә йүнселдәр эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур. Үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Был сарала ҡатнашыу ниәтен белдереп, заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө – улар яҙмышын тыуған районы менән бәйләргә, уны үҫтерергә теләй. Республика етәкселегенең тармаҡҡа ярҙамы районда ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштереп ебәрҙе.

Автор фотолары.

Эшләгәнгә ырыҫ юлдаш
Эшләгәнгә ырыҫ юлдаш
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас