

Башҡортостан етәкселеге агросәнәғәт етештереүенә, фермерлыҡҡа ярҙам итеүҙең ауылдарҙы яңыртыуға индергән өлөшөн ныҡлы аңлап, был эштәргә һәр саҡ булышлыҡ ҡыла. Халыҡ кәсеп менән мәшғүл икән, тормош сифаты яҡшы була, рухи ҡиммәттәр ҙә һаҡлана. Яңы предприятиеларҙы үҫтерһәң, урында йәшәгәндәргә эш була, аҡса килә.
Республикабыҙ - киң үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге. Унда һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошондай эш менән шөғөлләнгән замандаштарыбыҙҙың береһе - Ауырғазы районынан Рауил Вәлитов.
“Умартасылыҡтың мәшәҡәте, нескәлектәре бихисап булһа ла, уны эш тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Минең өсөн хобби, күңел талабы менән башҡарған шөғөл, тиергә мөмкин. Шулай булғас, әллә ни ауырлығы тойолмай”, – тип урман буйында урынлашҡан умарталары янына алып килде Рауил Вәлитов.
Тирә-яҡта хозурлыҡ, хуш еҫле аҡлан, бал ҡорттары гөжләй... Ә бит ошонда ҡасандыр уның атаһы Рәхмәтулла Зәһиҙулла улы, олатаһы ла бал уңышын йыйған. Эйе, Вәлитовтар өсөн ҡортсолоҡ – быуындан-быуынға күскән шөғөл.
– Хәтеремдә, ете йәшемдә тәүге тапҡыр бал айыртҡан инем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы ауыл хужалығы техникумын тамамланым да ғүмер буйы ветеринар һөнәрен башҡарҙым, әммә умартасылыҡтан бер ҡасан да айырылманым. Был шөғөлөбөҙ булмаһа, 90-сы йылдарҙа, аҡсаһыҙлыҡ заманында, донъя көтөргә, балаларҙы уҡытырға бик ауырға тура килер ине, моғайын, – тип һөйләй Рауил ағай.
Ауырғазы районы Мораҙым ауылының иң тәжрибәле умартасыларының береһе булған Рауил Рәхмәтулла улының умарталары 50-нән ашыу. Вәлитовтар ҡортсолоҡ менән генә сикләнмәй, һыйыр, башмаҡ, һарыҡ та тоталар. Рауил ағай менән һөйләшкәндә, һәр умартала 60 меңгә тиклем бал ҡорто йәшәүен белдем. Улар араһында инә ҡорт, ата ҡорт һәм эшсе төркөм дә бар икән. Инә ҡорт башҡаларынан ҙурлығы менән айырылып тора. Ата ҡорттоң төп функцияһы тоҡомдо арттырыу булһа, эшсе төркөмдөң нимә менән шөғөлләнеүе билдәле – миҙгел эсендә улар 50 килограмға тиклем бал йыя ала. Әлбиттә, уңыштың күләме һәр йылда төрлөсә була – тәбиғәт шарттары үҙ йоғонтоһон яһай.
Үҙегеҙ ниндәй бал яратаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынам умартасынан.
– Сәскә балын яратам. Йүкә балы тәмлерәк, тип үҙ итеүселәр күп, әммә сәскә балы файҙалыраҡтыр, тим, сөнки уны йыйыу өсөн бал ҡорттарына меңләгән сәскәгә ҡунырға тура килә, – ти ул.
Бал алғанда нисек алданмаҫға, тип ҡыҙыҡһынғас, Рауил ағай ышаныслы кешеләрҙән генә һатып алырға кәңәш итте. “Умартасылыҡ менән оҙаҡ йылдар дауамында шөғөлләнеүселәргә кешеләрҙе алдап, йылдар буйы эшләп туплаған абруйҙы төшөрөүҙең мәғәнәһе юҡ”, – тигән фекерҙә ул.
Әлеге мәлдә бал йыйыу тамамланған, әммә умартасының эше күп әле. Бал ҡорттарын дауаларға, яңы миҙгелгә әҙерләнә башларға кәрәк. Эш етерлек. Ауыл кешеһе, бигерәк тә үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңған умартасылар өсөн мәшәҡәт күплеге тәбиғи хәл, әлбиттә. “Эш булмаһа, киреһенсә, ҡыйын булыр ине. “Хәрәкәттә – бәрәкәт, шуға барыһы ла беҙгә файҙаға ғына. Бал ҡорттары менән һөйләшә-һөйләшә эшләйбеҙ. Уларҙы баланы ҡараған кеүек хәстәрләргә, тәрбиәләргә кәрәк”, – тип йылмая Вәлитовтар.
Рауил ағай тормош юлдашы Сәйҙә Мансур ҡыҙы менән иңгә-иң терәп татыу ғүмер кисерә, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. “65 йыл бергәбеҙ инде”, – Сәйҙә апайҙың был һүҙҙәренә аптырап ҡуйҙым – был тиклем оло күренмәйҙәр ҙә һуң...
– Беҙ бала саҡта күрше булдыҡ – бергә уйнап үҫтек, бер класта уҡыныҡ. Үҫеп, буй еткергәс, сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Тормош ҡороуыбыҙға 50 йылға яҡын булһа ла, 65 йыл бергәбеҙ. Әйткәндәй, атайым да умартасы булды, – ти Сәйҙә апай.
– Быйыл бал мул да, ҡуйы ла булды, Аллаға шөкөр. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә, туғандарға күстәнәс итеп бирергә лә, артҡанын һатырға ла етә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү күңелемә ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Йәштәрҙең дә был эштән ҡурҡмауын теләйем. Тырышлыҡ һалһаң, барыһына ла өлгәшеп була, шуға баҙнатлы, егәрле булыу ғына кәрәк, – тигән теләктәрен еткерҙе осрашыуҙа Рауил Рәхмәтулла улы.
Шулай итеп, уңғандарҙың ғына тормошо балдай татлы, күстәре ишле, табыны мул, бал ҡортондай эшләһәң генә, тәмле бал ашарға була икән. Быға беҙ Вәлитовтар миҫалында йәнә бер инандыҡ.
Тәлғәт САФИН, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе:
– Республика етәкселеге агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Был тармаҡ - төбәк иҡтисадының нигеҙе. Ауыл хужалығы урындағы халыҡтың аҙыҡ-түлек буйынса хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, ташламалар ҡаралған, улар беҙҙең районда ла киң файҙаланыла. Мөмкинлектәрҙең киңлеге йүнселдәр араһындағы конкурентлыҡты ла көсәйтә, тимәк, хеҙмәт сифаты арта.
Автор фотоһы.