Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Октябрь 2025, 18:45

“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”

Атайым ғүмер буйы шахтала хеҙмәт итте. Эш ауыр, ер аҫтындағы хеҙмәт – оло һынау. Коллективыбыҙ берҙәм булғас, бирешмәйбеҙ. Хеҙмәттәштәрем – егәрле бал ҡорттарындай, татыуҙар һәм яуаплылар. Һәр көн тонналап руда сығарабыҙ, – егет. 

“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”

Ауыр шахтер һөнәрен ижад менән яраштырып алып барған егеттәр ҙә бар Аҡъярҙа. Шуларҙың береһе – шахтерҙар быуыны вәкиле, проходчик Юнир Йәрмөхәмәтов.

Ул күп балалы, берҙәм  ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә һәм тау технологы һөнәренә эйә була.

Мәктәптә һәм колледжда  уҡығанда төрлө сараларҙа ҡатнаша, милли көрәш буйынса ярыштарҙа район намыҫын яҡлай, “Ҡыйыуҙар һәм тапҡырҙар” командаһында ҡатнаша, театр постановкаларында  уйнай.

Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Новотроицк ҡалаһындағы ҡаты режимлы 5-се колонияла ике йыл эшләй. Тик тыуған яҡ егетте үҙенә магниттай тарта. Район учреждениеларының береһендә водитель булып бер аҙ эшләгәндән һуң яҙмыш уны Октябрь ер аҫты руднигы щахтаһына алып килә.

– Водитель булып эшкә урынлашырға теләгәйнем, тик кадрҙар бүлегендә шахтала эш тәҡдим иттеләр. Оҙаҡ уйлап торманым, шахта беҙҙең ҡаныбыҙҙа бит инде. Атайым ғүмер буйы шахтала хеҙмәт итте. Эш ауыр, ер аҫтындағы хеҙмәт – оло һынау. Коллективыбыҙ берҙәм булғас, бирешмәйбеҙ. Хеҙмәттәштәрем – егәрле бал ҡорттарындай, татыуҙар һәм яуаплылар. Һәр көн тонналап руда сығарабыҙ, –ти  шахтер.

 Уны эшенән ҡатыны һәм бәләкәй генә улы көтөп ала. Юнир  бөтә буш ваҡытын ғаиләһенә бирә, хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә.

– Мин һыу аҫты һунары менән шөғөлләнергә яратам. Һыу аҫтына төшөп, ғәжәп, мауыҡтырғыс һыу аҫты донъяһы менән танышам, үҫемлектәрҙе өйрәнәм, балыҡ тотам, – ти егет.– Хайуандарҙы яратам, өйөбөҙҙә өс этебеҙ һәм ике бесәйебеҙ бар. Быларҙан тыш, заманса технологиялар менән ҡыҙыҡһынам, видеороликтар һәм презентациялар өсөн программалар үҙләштерәм.

Юнир Йәрмөхәмәтов белемгә һәм профессиональ үҫешкә даими ынтылып йәшәй. Яңыраҡ тау техникумына ситтән тороп уҡырға ингән. Шахталағы хеҙмәт еңелдән булмаһа ла, ул тормошҡа позитив  ҡарашлы, һәр нәмәнән йәм табып йәшәй белә. Буш ваҡытында хеҙмәттәштәре тураһында видеороликтар төшөрөп, уларҙың кәйефен күтәрә. Бына шундай һәләтле, төрлө яҡлап үҫешкән, хеҙмәттәрен  ижад менән яраштырып алып бара белгән шахтерҙар эшләй комбинатта.  

Фото:”Хайбуллинский вестник” гәзите сайты.

“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
“Шахта – беҙҙең ҡаныбыҙҙа”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас