Иҡтисад
21 Октябрь 2025, 13:15

Уларҙың хеҙмәте беҙҙең тормошто яҡшырта

Башҡортостан төҙөлөш комплексы ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. “Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән республика тотороҡло рәүештә алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй”, - тине  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп.

Уларҙың хеҙмәте беҙҙең тормошто яҡшыртаУларҙың хеҙмәте беҙҙең тормошто яҡшырта
Уларҙың хеҙмәте беҙҙең тормошто яҡшырта

Башҡортостан төҙөлөш комплексы ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. “Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән республика тотороҡло рәүештә алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй”, – тине  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп.

Бер кешегә – 30 квадрат метр

– Былтыр һеҙ өс миллион 350 мең квадрат метр төҙөп, рекордығыҙҙы яңырттығыҙ. Быйыл миллион квадрат метрҙан ашыу сафҡа индерелгән. Милли проекттар төҙөлөш тармағын үҫтереү өсөн яҡшы этәргес булып тора. Һуңғы алты йылда республикала йәмғеһе 53 мең уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр, 27 меңдән ашыу урынлыҡ балалар баҡсалары, биш мең урынлыҡ дауаханалар, сменаһына туғыҙ мең кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиникалар һәм башҡа объекттар төҙөлгән. Үҫешкән инфраструктуралы заманса торлаҡ комплекстары булдырылған, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

“Төҙөүселәрҙең тырышлығы йөҙҙәрсә мең ғаиләнең тормошон үҙгәртте”, тине республика етәксеһе. Һуңғы биш йылда 728 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Республикала торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 30 квадрат метрҙан ашыуыраҡ тура килә, был иһә Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ.

Республика етәксеһе фекеренсә, төп маҡсат төҙөлөш темптарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, киләсәккә яҡшы нигеҙ булдырыу ҙа. Республиканың ҡала төҙөлөшө потенциалы бөгөн алты миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тәшкил итә. Коммуналь инфраструктуралы яңы майҙансыҡтар әҙерләнә.

Йорт та матур булһын, уның тирә-яғы ла

Башҡортостан Хөкүмәтенең күптән түгелге ултырыштарының береһендә республикалағы төҙөлөш барышының быйылғы беренсе ярты йыллыҡтағы йомғаҡтары ҡаралды.

– Йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙанын өс миллион квадрат метрға еткерергә иҫәп тотабыҙ, – ти Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Айырым төр граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ла эште дауам итәбеҙ. Быйыл ошо маҡсатҡа дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, бөтәһе дүрт мең ярым кешегә ярҙам күрһәтелде.

Бында һүҙ торлаҡҡа ташламалы хаҡҡа хоҡуҡлы булғандар – халыҡтың социаль яҡтан ярлыраҡ ҡатламына иғтибар тураһында бара. Былтыр ошо ҡатламға ингән 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү планы 38 процентҡа арттырып үтәлгән.

– Биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше әүҙемләште, йыл башынан алып йорт тирәһе биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 12 килешеү төҙөнөк, уларға ярашлы, бер миллион квадрат метрға яҡын майҙанды кешеләр өсөн уңайлыраҡ итеү һәм матурайтыу ҡаралған, – тине ошо кәңәшмәләге сығышында республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. – Шул бурыстар менән тағы ла 34 килешеү төҙөү планлаштырыла. Инфраструктура төрҙәре лә үҙгәрә һәм заманға яраҡлаштырыла бара – мәҫәлән, Өфөнөң Ҡариҙел йылғаһы аръяғында урынлашҡан биҫтәләрҙә һыу үткәргес проекты раҫланды.

Торлаҡ төҙөү – милли проект бурыстары

Туймазы ҡалаһында, территорияларҙы комплекслы үҫтереү килешеүенә ярашлы, тағы ла бер күп ҡатлы йорт төҙөлә башланы. Проектҡа ярашлы, был майҙанда 14-әр ҡатлы тағы ла өс йорт ҡалҡып сығасаҡ.  Яңы биҫтәләге фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 17 мең квадрат метрҙан ашыу, ә коммерция биналары өсөн тәғәйенләнгәне 500 квадрат метрға яҡын буласаҡ.

Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының мөһим өлөшө булып тора. Ошо милли проекттың “Стимул” программаһы торлаҡ төҙөлөшө буйынса булған бөтә программаларҙың үтәлешен дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Уға ярашлы, федераль ҡаҙнанан торлаҡ төҙөлөшөн ғәмәлгә ашырыу өсөн 13 миллиард һум бүленгән. Өҫтәмә финанслау өсөн Башҡортостан бюджетынан 4,7 миллиард һәм муниципаль ҡаҙналарҙан 500 миллион һум тәшкил итә. Был сумма һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен сифатлы үҫтерергә мөмкинлек биргән 27 инфраструктура объектын төҙөргә ярҙам итте. Бынан тыш, “Стимул” программаһы биргән шарттарға ярашлы, биләмәләрҙәге инженерлыҡ селтәрен әҙерләү ағымдағы маҡсаттарҙы ғына түгел, ә торлаҡ төҙөлөшө өсөн базаны оҙайлы ваҡытҡа алдан әҙерләп ҡуйыу форсаты ла тыуҙырҙы.

Һуңғы алты йылда милли проекттар сиктәрендә байтаҡ әһәмиәтле объекттар барлыҡҡа килде: дөйөм һыйҙырышлығы 10 мең урын булған 53 балалар баҡсаһы, 17,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 41 мәктәп, 38 медицина учреждениеһы, һигеҙ башҡа мөһим объект, Өфөлә 16 спорт комплексы.

  ФЕКЕР

Артем КОВШОВ,

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы:

– Төбәктең инвестиция яғынан ылыҡтырғыс булыу кимәлен күтәреү  буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Тыва Республикаһы делегацияһы өсөн ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегенә арналған презентация үткәрҙек.

Бөгөн Ҡала төҙөлөшөн тәьмин итеү буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһы республиканың бөтә 63 муниципалитетында ла эшләй. Шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе 162 ойошма был система базаһында мәғлүмәт алмашыусы булараҡ ҡатнаша, был иһә төҙөлөш ойошмаларын инженерлыҡ селтәренә ике тапҡыр тиҙерәк тоташтырыу мөмкинлеге бирә.

Делегация ағзаларына ошо системаның төҙөлөш комплексына ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеүе, уның составындағы “ИнГЕО” геомәғлүмәт системаһы тураһында ла аңлаттыҡ. Тыва ҡунаҡтары Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген илдәге иң яҡшыларҙың береһе тип атаны һәм был тәжрибәне үҙҙәрендә лә ҡулланыу теләге менән ҡайтып китте.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас