

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II советы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстан составындағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Жокаргы Кенесы (Юғары Советы) рәйесе Аманбай Орынбаев менән осрашыуы үтте. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Ҡарағалпаҡстан - беҙҙең өсөн бик яҡын һәм аңлайышлы партнер. Беҙҙә бер нисә килешеү бар. Һәм республика уларҙы тормошҡа ашырыуға тулы ярҙам күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр һеҙҙең заказығыҙ булһа, урта һөнәри белем биреү килешеүе сиктәрендә балаларығыҙҙы уҡыта башларға әҙербеҙ. Сәнәғәт өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ, үҫемлекселек өлкәһендә үҙ-ара эш итергә әҙерлегебеҙҙе раҫлайбыҙ. Киләһе йылда ҙур иҡтисади һәм мәҙәни делегация менән Ҡарағалпаҡстанға килергә ниәтләйбеҙ. Артабан да мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерәсәкбеҙ.
Жокаргы Кенесы рәйесе Башҡортостан етәкселегенә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүгә конструктив ҡарашы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең республика инвесторҙар өсөн льготалы шарттар, шул иҫәптән һалым өҫтөнлөктәрен булдыра. Производстволар өсөн электр энергияһына ташлама ғәмәлдә, – тине Аманбай Орынбаев. – Ҡарағалпаҡстан биләмәһендә бал ҡорттарының саф тоҡомло биоматериалын үрсетеү һәм һатыу буйынса селекция тоҡомсолоҡ үҙәген булдырыу буйынса берлектәге проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ төбәк менән идара итеү үҙәген булдырыу буйынса тәжрибәгеҙҙе үҙләштерергә әҙербеҙ.
Осрашыу аҙағында яҡтар Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡарағалпаҡстан Министрҙар Советы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү өлгөләре менән алмашты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.