Иҡтисад
22 Октябрь 2025, 13:30

Беҙҙе уртаҡ проекттар бәйләй

Башҡортостан менән Үзбәкстан араларҙы нығыта. 

Беҙҙе уртаҡ проекттар бәйләйБеҙҙе уртаҡ проекттар бәйләй
Беҙҙе уртаҡ проекттар бәйләй

22 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә “Патриот” конгресс-күргәҙмә үҙәге майҙансығында үткән Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сараларында ҡатнашты. Ҙур сара ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға арналды.

Советтың эшлекле программаһының төп пункты булып пленар ултырыш торҙо, уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусыларға ил Президенты Владимир Путин сәләмләү хатын ебәрҙе.

Унда: “Беҙҙең дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ рухында динамик үҫешә. Уларҙың мөһим өлөшө булып традицион рәүештә төбәктәр линияһы буйынса бәйләнештәр тора. Был бәйләнештәр төрлө кимәлдә әүҙем һаҡлана: берлектәге иҡтисади, социаль һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу, индустриаль парктар һәм технологик үҙәктәр асыу, күргәҙмәләр һәм презентациялар үткәреү өсөн шарттар булдырыусы 40-тан ашыу төбәк-ара килешеү ғәмәлдә. Төбәктәр советы үҙәк һәм урындағы власть органдары етәкселәре, эшҡыуарҙар, эксперттар, ғилми даирә, юғары уҡыу йорттары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында тура диалог алып барыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә”, – тиелә.

Совет делегаттарына сәләмләү хатын Үзбәкстан Президенты Шавкат Мирзиеев та ебәргән. Уны илдең Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев уҡып ишеттерҙе.

"Төбәктәр араһында булдырылған үҙ-ара эш итеү механизмы үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм практик ихтыяжын иҫбатланы. Төбәктәр маҡсаттарыбыҙға өлгәшеүҙә төп роль уйнай һәм хеҙмәттәшлектең төп драйверҙары булырға тейеш”, – тип билдәләнә сәләмләү хатында. Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә Үзбәкстан Президенты үҙ-ара сауҙаның ыңғай динамикаһын һаҡлауҙы, аграр өлкәлә партнерлыҡты тәрәнәйтеүҙе, сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүҙе һәм инновацион технологияларҙы индереүҙе атай.

Пленар ултырышта ҙур берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тикшерелде. Эш тамамланғас, ике яҡлы документтар менән алмашыу тантанаһы үтте. Денис Мантуров һәм Жамшид Ходжаев ҡатнашлығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов бер-береһенә сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге буйынса хөкүмәт-ара килешеү өлгөләрен тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас