

22 октябрҙә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II советы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Наманган өлкәһе хокимы Шавкатжон Абдуразаков менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, текстиль һәм аграр өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Яҡтар Башҡортостан Хөкүмәте менән Үзбәкстандың Наманган өлкәһе Хокимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында ҡул ҡуйылған килешеү менән алмашты. Республика Башлығы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн тура авиабәйләнештең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Яңынан осрашыуыбыҙға шатмын. Беҙ һеҙҙең ҡунаҡсыллығығыҙҙы юғары баһалайбыҙ, йылы ҡаршылауығыҙҙы һәм хәстәрлегегеҙҙе хәтерләйбеҙ. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Наманган өлкәһе беҙгә бик яҡын һәм аңлайышлы, – тине Радий Хәбиров. – Тура авиарейс ҙур әһәмиәткә эйә, ул бәйләнеште күпкә еңеләйтә һәм артабанғы үҙ-ара эш итеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан менән Наманган өлкәһе араһында мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең ыңғай динамикаһын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бер нисә перспективалы проектты билдәләне. Улар иҫәбендә – Өфөлә Наманган өлкәһенең сауҙа йортон асыу. Берлектәге эштең төп йүнәлештәре араһында шулай уҡ Наманган өлкәһенең энергетика тәьминәте өлкәһендә артабан үҙ-ара эш итеү, ауыл хужалығы продукцияһын тәьмин итеү күләмен арттырыу.
Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шавкатжон Абдуразаков республика Башлығына һөҙөмтәле партнерлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
– Был осрашыу ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыуға нигеҙ һалыр, тип ышанам, - тип билдәләне Шавкатжон Абдуразаков. – Үзбәкстан Президенты Шавкат Мирзиеев һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин тырышлығы менән беҙҙең мөнәсәбәттәр яңы кимәлгә күтәрелде. Һөйләшеүҙәр интенсив бара, төрлө тармаҡтарҙа проекттарҙы үҫтереү өсөн яҡшы перспективалар бар. Һеҙҙе Наманганда яңы рәсми визит һәм ҙур бизнес-миссия менән күрергә өмөтләнәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.